Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕТЕШТЕРЕҮ ФАКТОРҘАРЫ

Просмотров: 1041

ЕТЕШТЕРЕҮ ФАКТОРҘАРЫ, тауар етештереү һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн кәрәкле сығанаҡтар. Е.ф. булып ер (үҙ эсенә бөтә тәбиғәт ресурстарын ала), хеҙмәт һәм капитал тора. Шулай уҡ иҡтисадта үҙенсәлекле Е.ф. айыралар: эшҡыуарлыҡ һәләте (етештереүҙе ойоштороу, идара итеүҙә ҡарарҙар ҡабул итеү оҫталығы һ.б.), мәғлүмәт. Е.ф. һәр төрө үҙ эйәһенә факторлы килем килтерә: хеҙмәт — эш хаҡы, капитал — процент, ер — рента, эшҡыуарлыҡ һәләте — табыш.

И.Ю.Сыңғыҙов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: