Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБДУЛЛИН Ғафар Абдулла улы

АБДУЛЛИН Ғафар Абдулла улы (24.10.1930, ТАССР‑ҙың Ҡәҙермәт а. — 31.10.2008, Нефтекама ҡ.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1978), СССР Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары төҙөлөшө министрлығының почётлы хеҙм‑ре (1987). 1957—59 йй. Павловка ГЭС‑ын төҙөүҙә ҡатнаша. 1959—90 йй....

АБРАМЧУК Владимир Павлович

АБРАМЧУК Владимир Павлович (22.1.1945, Новосибирск ҡ. — 19.4.2019, Межгорье ҡ., Өфө ҡ. ерләнгән), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994). Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институтын тамамлағандан һуң (1968) Әрмәнстанда эшләй, 1979 й. алып Байкал—Амур магистрале төҙөлөшөндә тоннель...

АВТОМОБИЛЬ ТРАНСПОРТЫ

АВТОМОБИЛЬ ТРАНСПОРТЫ, дөйөм файҙаланыуҙағы, айырым ведомствоға ҡараған һәм граждандарҙың шәхси милкендәге транспорттан тора. Башҡортостандың транспорт системаһында пассажирҙар ташыу (80,1%) һәм пассажирҙар әйләнеше (66,6%) б‑са беренсе урынды биләй (2010). Респ. А.т. үҫешенә 1919 й. Башҡ‑н үҙәк ХХС‑ы...

АВТОМОБИЛЬ ЮЛДАРЫ

АВТОМОБИЛЬ ЮЛДАРЫ, йөк ауырлығы билдәләнгән, тиҙлек кимәле күрһәтелгән автомобиль транспортының туҡтауһыҙ һәм хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итеү, дәүләттең соц.‑иҡт., оборона ихтыяжын һәм халыҡ талабын ҡәнәғәтләндереү өсөн йөк һәм пассажирҙар ташыуға тәғәйенләнгән ҡоролмалар комплексы; илдең берҙәм транспорт...

АВТОСЕРВИС

АВТОСЕРВИС (авто... һәм ингл. service — хеҙмәт), автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, ш. иҫ. һатыуға алдан әҙерләү һәм өҫтәмә ҡорамалдар ҡуйыу б‑са хеҙмәт комплексы. 1970 й. Өфөлә Башҡ‑н транспорт идаралығының ремонт оҫтаханалары базаһында еңел автомобилдәрҙе сервислы хеҙмәтләндереү б‑са...

АГРОСӘНӘҒӘТ ИНТЕГРАЦИЯҺЫ

АГРОСӘНӘҒӘТ ИНТЕГРАЦИЯҺЫ, аҙыҡ-түлек һәм а.х. сеймалын етештереү, уны эшкәртеү, һаҡлау һәм һатыу процесында үҙ-ара эҙмә-эҙлекле бәйләнгән а.х., сәнәғәт һәм матди производствоның башҡа сиктәш тармаҡтары пр‑тиеларының берҙәм ҡайтанан етештереү циклы м‑н хужалыҡ итеүҙең тулы механизмы. А.и. үҫеше производствоны...

АГРОСӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫ

АГРОСӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫ, а.х. продукцияһын етештереү, ташыу, эшкәртеү, һаҡлау һәм һатыуҙы тәьмин итеүсе үҙ-ара бәйле һәм үҙ-ара бойондороҡло халыҡ хужалығы тармаҡтары йыйылмаһы. АПК‑ның төп өлкәләре: 1) а.х. етештереү саралары (а.х. машиналары эшләү, эшкәртеү һ.б. тармаҡтар өсөн машиналар эшләү), минераль...

АГРОСӘНӘҒӘТ РАЙОНДАРЫ

АГРОСӘНӘҒӘТ РАЙОНДАРЫ, төбәктең тәбиғи-иҡт. күрһәткестәренең бер төрлөлөгөнә ярашлы төркөмләнгән адм. эске системалар йыйылмаһы. Агросәнәғәт районлаштырыуы агросәнәғәт интеграцияһы процестарын үҫтереү һәм тәрәнәйтеү маҡсатында эшләнә; тәбиғи-иҡт. шарттарҙы һәм ресурстарҙы тулыраҡ һәм урынлы файҙаланыуға...

АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ

АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ, ағас әҙерләүҙе һәм беренсел эшкәртеүҙе (ҡара: Ағас материалдар) тормошҡа ашырыусы сәнәғәт тармағы. А.ә.с. төп пр‑тиелары булып урман сәнәғәте хужалыҡтары тора. Ағасты тулыһынса эшкәртеүҙе ағас эшкәртеү сәнәғәте башҡара. 20 б. башында Көньяҡ Уралда ағас әҙерләүҙең төп күләме акционерҙар...

АҒАС ПЛИТА

АҒАС ПЛИТА, ҡабығынан һыҙырылған йәки ныҡ ваҡланған ағасты эшкәртеү юлы м‑н алынған төҙөлөш материалы. БР‑ҙа елемләп йәбештерелгән фанер (ҡара: Фанер производствоһы), ағас-юнысҡы, ағас‑сүс, цемент-юнысҡы плиталары сығарыла. А.п. төҙөлөш конструкцияларында, изделиеларында, йылылыҡ һәм тауыш үткәрмәүсе...

АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ

АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, ағасты механик һәм химик-механик юл м‑н эшкәртеүсе урман сәнәғәте тармағы. БР‑ҙа таҡта ярыу, фанер-плита (ҡара: Ағас плита, Фанер производствоһы), мебель (ҡара: Мебель сәнәғәте), тара, шырпы производстволары, урман химияһынан тора. Башҡортостанда урман кәсептәре (урман әҙерләү...

АҒИҘЕЛ АFАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, ААЙ

АҒИҘЕЛ АFАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. Составы: ағас конструкциялар, ишек, тәҙрә блоктары етештереү цехтары. 2010 й. 85 кеше эшләгән. Ағас-таҡта, тәҙрә, ишек блоктары, йыйылма-кәртәле баҡса йорттары етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1942 й. 6‑сы төҙөлөш контораһы эргәһендәге ағас эшкәртеү...

АҘЫҠ-ТӘМ СӘНӘҒӘТЕ

АҘЫҠ-ТӘМ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. БР‑ҙа кондитер сәнәғәте, ликёр-араҡы сәнәғәте, макарон сәнәғәте, май эшкәртеү сәнәғәте, парфюмерия-косметика сәнәғәте, һыра ҡайнатыу сәнәғәте, йәшелсә-емеш сәнәғәте, шәкәр сәнәғәте, икмәк бешереү сәнәғәте, алкоголһеҙ эсемлектәр производствоһынан һ.б. тора...

АҘЫҠ-ТҮЛЕК СӘНӘҒӘТЕ

АҘЫҠ-ТҮЛЕК СӘНӘҒӘТЕ, туҡланыу продукттары, ш. уҡ йыуыу саралары, парфюмерия-косметика һәм тәмәке изделиелары сығарыу б‑са сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы. БР‑ҙа аҙыҡ‑тәм сәнәғәте, балыҡ сәнәғәте, ит сәнәғәте, май, сыр яһау һәм һөт сәнәғәтенән тора (ҡара: табл.). Өфөлә А.‑т.с. 19 б. 50‑се йй. аҙ. үҫешә...

АЙЫУХАНОВ Мәсғүт Баян улы

АЙЫУХАНОВ Мәсғүт Баян улы (28.8.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Айыухан а. — 10.3.2000, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1980), проф. (1982). БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1995). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1955), 1961 й. алып шунда уҡ эшләй: 1980—90 йй....

АКЦИЗ

АКЦИЗ (фр. аccise), киң ҡулланыу тауарҙарына һәм хеҙмәтләндереүгә һалынған ситләтелгән һалым төрө. А. күләме проценттарҙа акцизланған тауар хаҡынан сығып иҫәпләнә, уның хаҡына йәки хеҙмәтләндереү тарифына индерелә, ҡулланыусылар тарафынан түләнә, дәүләт һәм урындағы бюджеттың мөһим килем сығанағы булып...

АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең ойоштороу-хоҡуҡи формаһы; устав капиталы акционерҙарҙың йөкләмә хоҡуҡтарын раҫлаусы билдәле бер һандағы акцияларға бүленгән коммерция структураһы. Ойоштороу документы булып АЙ‑ларҙың уставы тора, унда йәмғиәттең маҡсаты, капитал күләме, идара итеү тәртибе,...

АКЦИЯЛАР

АКЦИЯЛАР (нем. Aktie), ҡиммәтле ҡағыҙҙар төрө. Акционерҙар йәмғиәттәре тарафынан сикләнмәгән әйләнеш ваҡыты м‑н сығарыла; хужаларының (акционерҙарҙың) АЙ килеменең өлөшөн дивидендтар рәүешендә алыу, АЙ м‑н идара итеүҙә ҡатнашыу һәм АЙ бөтөрөлгәндә уның милкенең бер өлөшөнә хоҡуғын нығыта. А. исемле...

АҠСА ӘЙЛӘНЕШЕ

АҠСА ӘЙЛӘНЕШЕ, тауарҙың әйләнешен, тауарһыҙ түләүҙәрҙе, иҫәп‑хисапты хеҙмәтләндереүсе ҡулаҡсалы һәм ҡулаҡсаһыҙ аҡса хәрәкәте. Ҡулаҡсалы А.ә. тауарға һәм хеҙмәтләндереүгә түләү б‑са иҫәп‑хисапта, эш хаҡын, премия, пособие, пенсия, стипендия, страховкаларҙы түләүҙә ҡулланыла. Ҡулаҡсаһыҙ А.ә. — хаҡтың...

АЛКОГОЛҺЕҘ ЭСЕМЛЕКТӘР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

АЛКОГОЛҺЕҘ ЭСЕМЛЕКТӘР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, кеүәҫ, емеш-еләк, газлы һәм минераль һыуҙар сығарыу б‑са аҙыҡ-тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. башында барлыҡҡа килә. 1913 й. Өфөлә минераль һыуҙар ҡойоу һәм шыжлап торған эсемлектәр етештереү б‑са 4 ф‑ка (ш. иҫ. береһе пар двигателе м‑н) эшләй, Өфө губ. —...