Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАЛЛОПИЯ

Просмотров: 787

ФАЛЛОПИЯ (Fallopia), ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, ш. уҡ Арктикала һәм Көньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда үрмә Ф. һәм ҡыуаҡлы Ф. үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары ғәҙәттә уралыусан йәки түшәлеүсән, оҙонлоғо 40—150 см. Япраҡтары йөрәк‑уҡ формаһында, япраҡ яны көпшәһе төбөнән сыҡҡан оҙон һаптары бар. Сәскәһе ябай аҡһыл, йәшкелт йәки алһыу‑аҡ сәскә эргәлеге м‑н, уларҙың өлөштәре үрмә Ф. ҡанатһыҙ, тупаҡ киль һымаҡ, ҡыуаҡлы Ф. — киң ярылы ҡанаттары бар. Һеркәстәре 8, емешлеге 1, емешлек ауыҙы 3. Сәскәлеге — өҙөк‑өҙөк һирәк суҡтарға йыйылған аҙ сәскәле ҡуйындағы суҡ. Июнь—окт. сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы ялтыр йәки тоноҡ (үрмә Ф.) сәтләүек, сент.—окт. өлгөрә. Баҫыуҙа, ҡалдауҙа, ҡомло битләүҙә һәм йылға ярҙары буйлап үҫә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының бейек тауҙарынан башҡа респ. бөтә терр‑яһында таралған. Декоратив үҫемлектәр, баллы үҫемлектәр, ҡый үләндәре, үрмә Ф. — мал аҙығы үҫемлеге. Япрағы һәм емеше ашарға яраҡлы. Составында антрахинондар, витаминдар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: