Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАНТАЗИЯ

Просмотров: 864

ФАНТАЗИЯ (гр. phantasia — хыял), бер дәүергә хас булған (йөкмәткеле, структур) үҙенсәлекле комбинациянан ғибәрәт инструменталь (һирәгерәк вокаль) музыка жанры. Башҡортостанда тәүге Ф. К.Й.Рәхимов ижад итә: Халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн башҡ. темаларына Ф., Домралар секстеты өсөн башҡ. темаларына Ф. (икеһе лә — 1935). М.М.Вәлиев тарафынан Скрипка һәм фп. өсөн Ф. яҙыла (1950). Был жанрҙа башҡ. муз. фольклоры өлгөләрен А.К.Кукубаев [2 баян өсөн “Башҡорт фантазияһы” (“Башкирская фантазия”), 1979]; А.Т.Кәримов (Башҡ. халыҡ темаларына фп. өсөн концерт Ф., 1980; Ҡыллы квартет өсөн халыҡ темаларына концерт Ф., 1994) ҡуллана. Тәүге тапҡыр ҡурай м‑н симфоник оркестрҙы М.Х.Әхмәтов Башҡ. халыҡ темаларына Ф. №1 һәм Ф. №2 берләштерә (икеһе лә — 2000). Орган өсөн Ф. (1987) һәм Ҙур симфоник оркестр өсөн Ф. №2 (2010) Р.Ғ.Ҡасимов ғәҙәти булмаған тембрҙар ҡуллана, унда лад диатоникаһы һәм хәҙ. заман композицияһы техникаһы саралары (политоналлек, алеаторика) ярҙамында кәүҙәләндерелгән яуызлыҡ һәм яҡшылыҡ образдары ҡаршы ҡуйыла. Ҡайһы бер Ф. ике тембрлы вариантта бирелә: Ҡасимовтың Симфоник оркестр өсөн Ф. №1, (1973) һәм 2 фп. һәм һуҡма музыка ҡоралдары өсөн эшкәртмәһе (1977). Халыҡ музыкаһы нигеҙендә ижад ителгән һәм ш. уҡ исем м‑н аталған Ф. бар: Х.Ф.Әхмәтовтың ____________“Буранбай” йыры темаһына Ф. (1940); А.Т.Кәримовтың Ҡыллы квартет өсөн татар халыҡ йыры “Тәфтиләү” темаһына Ф. (1994); В.Н.Клепининдың Фп. өсөн башҡ. халыҡ йыры “Азамат” темаһына Ф. (1994); И.И.Хисаметдиновтың Скрипка һәм ҙур симфоник оркестр өсөн “Азамат” концерт Ф. (1999). Үҙе ижад иткән йәки башҡа композиторҙарҙың әҫәрҙәре темаларына яҙылған Ф. айырым жанрҙы тәшкил итә: Т.Ш.Кәримовтың үҙ йырҙары темаларына Ф. (1965); А.Т.Кәримов тарафынан Х.Ф. Әхмәтовтың йырҙары (1971), Т.Ш.Кәримовтың “Урман йыры” (1979) темаларына кларнет һәм фп. өсөн Ф., Т.Ш.Кәримовтың “Төнгө Урал” йыры темаһына концерт Ф. (1985) яҙылған; Кукубаевтың Бөйөк Ватан һуғышы йырҙары темаларына баянсылар оркестры өсөн Ф. (1975); А.Д.Хәсәншиндең башҡ. халыҡ йырҙары темаларына (“Каруанһарай”, “Аҫылйәр”, “Был донъяның ҡәҙерен беләйек”, “Салауат”) башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары өсөн 4 Ф. торған циклы. Ф. термины ш. уҡ ярҙамсы жанр билдәләмәһен аңлатырға мөмкин: Х.Ф.Әхмәтовтың Фп. өсөн (1947) һәм Ф.М.Ғафуровтың Кларнет һәм фп. өсөн (1996) соната‑Ф.; Н.Ш.Ғөбәйҙуллиндың Скрипка һәм фп. өсөн (1973) һәм Хисаметдиновтың Баян өсөн (2003) скерцо‑Ф.; Р.В.Сәлмәновтың Баян өсөн марш‑Ф. (1979). Ҡасимовтың Фп. өсөн соната‑Ф. (Соната №2; 1977) жанр үҫеше күҙәтелә, унда сонористика, пуантилистик техника алымдары ҡулланылған. Ф. программалы атамаһы булырға мөмкин: Кукубаевтың Урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары өсөн “Ирәндек үҙәнендә” (“На долине Ирендыка”) поэма‑Ф. (1982) һәм Башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары өсөн “Өфө — минең ҡалам” (“Уфа — город мой”) Ф. (1992). Ҡайһы берҙә Ф. циклик әҫәрҙең ҡушма өлөшө була: Н.А.Побединаның Кларнет һәм фп. өсөн Ф. һәм “Ноктюрн” (1991); А.М.Ҡобағошовтың Башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн сюитаһының 2‑се өлөшө (“Увертюра”, “Фантазия”, “Таҡмаҡ”, “Ҡобайыр”; 1992). Шулай уҡ Хисаметдиновтың Баян өсөн Ф. һәм фугаһы (1996) күренекле әҫәрҙәрҙең береһе булып тора.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: