Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАРМАКОЛОГИЯ

Просмотров: 1290

ФАРМАКОЛОГИЯ (гр. pharmakon — дарыу һәм ... логия), дарыуҙарҙың кеше һәм хайуандар организмына тәьҫирен өйрәнеүсе фән. Дөйөм һәм айырым Ф. айыралар. Фарм. химия, фармакогнозия,фармация, токсикология, физиология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле.

Медицина Ф. 20 б. 30‑сы йй. уртаһында БДМИ‑ла И.А.Лерман етәкс. токсикология мәсьәләләре (С.М.Трегубов һ.б.), дарыу үҫемлектәре һәм витамин биреүсе үҫемлектәр Ф.(З.Я.Лагно, Р.М.Сәйфуллина, Л.М.Сольц, Я.А.Фиалков һ.б.); 50‑се йй. уртаһынан алып Д.Н.Лазарева етәкс. Башҡортостандың дарыу флораһы (ҡара: Фармакогнозия), сәнәғәт токсикологияһында патологик хәлдәр ваҡытында һәм ҡатнаш терапияла дарыуҙарҙың тәьҫире өйрәнелә. 60‑сы йй. башынан иммунитет стимуляторҙарын эҙләү эше алып барыла, дарыуҙарҙың иммунотроп үҙсәнлектәре, пирамидиндар һәм уларҙың сығарылмалары тикшерелә (Н.Б.Яфарова), иммурег иммунитетты стимуллау препараты эшләп сығарыла (Е.К.Алёхин, Ә.Ш.Боғҙанова, Г.В.Кованов, Лазарева, Л.А.Рябчинская һ.б.). 60‑сы йй. аҙ. Химия ин‑тында Г.А.Толстиков етәкс. дарыуҙар эҙләп табыу б‑са лаб. булдырыла, тәбиғи һәм модификацияланған простагландиндар, лейкотриендар, карбациклиндар һәм арахидон к‑таһы метаболиттарының бер төркөм сығарылмаларын  синтезлау б‑са тикшеренеү эштәре үткәрелә; ағыулау һәләте түбән стероид булмаған антифлогистиктар һәм сей яраға ҡаршы сараларҙың яңы класы асыҡлана; глицирризин кислотаһының яңы сығарылмалары алына. 80‑се йй. простагландиндарҙы тулы синтезлау ысулы эшләнә, транквилизатор һәм анальгетик тәьҫирле препараттарҙың яңы төркөмө алына. Ниглизин, пробенецид, бисульфамин, нефлоксацин, n‑тиразол һ.б. препараттар, “Сульфакрилат” серияһының шешеүгә ҡаршы, бактерицид һәм вирустарға ҡаршы әүҙем булған елемле композициялары эшләп сығарыла. 70 — 80‑се йй. БДМИ‑ла Р.Н.Абдуллина етәкс. калликреин‑кинин системаһы әүҙемлегенә дарыуҙарҙың тәьҫире, потенциаль бронхолитиктар сифатында яңы химик берләшмәләр, регионар ҡан әйләнешенә гипотензив сараларҙың берлектәге тәьҫире үҙенсәлектәре өйрәнелә. Х.М.Насиров етәкс. тәбиғи һәм синтетик берләшмәләр араһында биол. актив матдәләр, шешеүгә ҡаршы яңы саралар (димефосфон, кароталин, фитосбор, гепафит һ.б.) эҙләп табыу өсөн антифлогистиктар тәьҫиренең механизмы тикшерелә. 90‑сы йй. алып Алёхин етәкс. шешеүгә, сей яраға, аритмияға ҡаршы, бронхолитик, иммунологик әүҙемлеге булған (Ф.С.Зарудий һ.б.), ксенобиотиктарҙың иммун һәм гепатотоксик тәьҫирен фармакол. коррекциялау (Н.А.Мофазалова), азол сығарылмалары араһында монооксигеназ система индукторҙары  булдырыу б‑са берләшмәләр тикшерелә. Л.Ә.Вәлиева етәкс. молекуляр Ф., хронофармакол., рецепторология өйрәнелә, йөрәк, мейе һәм ашҡаҙан‑эсәк тракты эшмәкәрлеген фармакол. көйләүҙең яңы йүнәлештәре эшләнә. Иммунофармакол., ксенобиотиктар һәм эндоген берләшмәләрҙең биотранс‑формацияһын цитокин көйләү (С.В.Сибиряк), онкологик патология булғанда иммунофармакол. (Ф.Г.Монасипов, Д.Д.Саҡаева һ.б.), дарыу аллергияһы (Алёхин, В.В.Плечев, М.Ә.Әлмөхәмәтов һ.б.); стероид булмаған шешеүгә ҡаршы саралар (Ф.Ф.Мофазалов, Э.А.Рафиҡова, Л.И.Сәмиғуллина), тиотонил‑теофиллиндың яңы сығарылмалары үҙсәнлектәре (В.Р.Мәүжитов), антигистамин препараттарҙың иммунотроп үҙсәнлектәре (И.Л.Красилова), ирекле‑радикал окисланыу процестарына дарыуҙар тәьҫире (Ә.Ш.Боғҙанова, Р.Р.Фәрхетдинов һ.б.) өлкәләрендә тикшереүҙәр алып барыла, сей яраға ҡаршы тонарол препараты эшләнгән (Ф.Б.Гершанов, Р.З.Ғилметдинов, Зарудий, В.А.Мышкин һ.б.).

Ветеринар Ф. 20 б. 30‑сы йй. алып БАХИ‑ла туҡыма препараттары (кардиолизаттар, спленолизаттар, гепатолизаттар; Г.В.Ламский), һыйыр малында матдәләр алмашыныуы ауырыуҙарын дауалау һәм иҫкәртеү схемалары (Ф.Р.Окишев һ.б.), дарыуҙарҙы индереү ысулдары эшләнә. 70—90‑сы йй. антгельминтиктар эшләү (Х.Ғ.Нурхәмитов, Ғ.З.Хәзиев, Х.В.Әйүпов һ.б.), биостим препараттары тәьҫирен һынау б-са (Е.П.Дементьев, Р.Ғ.Фазлыев һ.б.) тикшереүҙәр үткәрелә. 90‑сы йй. аҙ. алып А.Ф.Исмәғилева етәкс. хайуандар организмын иммун һаҡлауҙың специфик булмаған көйләү факторҙары механизмдарын асыҡлау б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла; бер төркөм фторхинол антибиотиктарының, глицирризин к‑таһы, гликопептидтар, пирамидин, көкөрторганик берләшмәләр (базуран, тиофансульфоксид, диалкилдисульфид, колан), терпеноидтар сығарылмалары нигеҙендә эшләнгән препараттарҙың үҙсәнлектәре өйрәнелә (Г.В.Базекин, В.Г.Кирилов, Н.Н.Олейник, И.В.Чудов һ.б.). Химия ин‑тында 70—80‑се йй. СССР ФА‑ның Н.Д.Зелинский ис. Органик химия ин‑ты (Мәскәү) м‑н берлектә үрсеүсәнлекте арттырыусы эстуфалан һәм клатропростин, а. х. хайуандарының йөн үҫешен көсәйтеүсе циклосилол препараттары эшләп сығарыла.

А.Ф.Исмәғилева, Д.Н.Лазарева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: