Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘРХЕТДИНОВ Мирғәй Әхмәй улы

Просмотров: 889

ФӘРХЕТДИНОВ Мирғәй Әхмәй улы (12.8.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡаръяуҙы а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 28.3.1944, Дондағы Ростов ҡ. ерләнгән), өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. авг. башлап Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ-Көнбайыш, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт иткән. Герой исеменә 57‑се армияның 223‑сө уҡсылар див. 1041‑се уҡсылар полкының пулемёт ротаһы ком. өлкән лейт. Ф. 1944 й. 24 мартында Украина ССР‑ының Буг а. янында Көньяҡ Буг й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ булған. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943 й. марты, нояб.) орд. м‑н бүләкләнгән. Братское ҡасабаһында (Украина) һәм Шаран р‑нының Мичуринск а. урамдарға уның исеме бирелгән, ауылдағы Ф. исемен йөрөткән мәктәп терр. уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Илл.: М.Әәрхетдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019