Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘРХЕТДИНОВА Ләйлә Морат ҡыҙы

Просмотров: 1179

ФӘРХЕТДИНОВА Ләйлә Морат ҡыҙы (3.1.1961, Стәрлетамаҡ ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2008), проф. (2016). М.А.Камалетдиновтың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Өфөнөң 21‑се дауаханаһында, 1985 й. алып Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт ауыл участка дауаханаһында, 1986—94 йй. Өфө Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй. 1999 й. башлап БДМУ‑ның өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге урындағы тау тоҡомдарындағы микроэлементтарҙың халыҡ һаулығына (боғаҡ, шәкәр диабеты һ.б. үҫеүенә) тәьҫирен өйрәнеүгә арналған. Ф. етәкс. Башҡортостан терр‑яһын микроэлементтар б‑са районлаштырыу үткәрелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Зоб как медико‑геологическая проблема (на примере Республики Башкортостан). Уфа, 2005; Диффузный токсический зоб. Уфа, 2011; Сахарный диабет: патогенез, диагностика, лечение. Уфа, 2013.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: