ФАСЦИОЛЁЗ
ФАСЦИОЛЁЗ, кешенең һәм хайуандарҙың башлыса гепатобилиар системаһын һәм эсәктәрен зарарлай торған паразитар ауырыу. Тыуҙырыусылары: Fasciola hepatica (бауыр имгесе) һәм Fasciola gigantica һ.б. трематодалар. Тыуҙырыусының сығанағы — тышҡы мөхиткә паразиттың йомортҡаларын бүлеп сығарған ауырыу хайуандар (ваҡ мал, һыйыр малы, ҡоралай, ҡуяндар, нутрия, ҡабандар, һирәгерәк сусҡалар, аттар) һәм кеше. Ваҡытлы хужаның организмында — моллюскыла (кесе быуа ҡусҡары) — ҡарышлауыҡ тышҡы мөхиткә яңынан сығыу өсөн үҫә. Кеше һәм хайуандарға алиментар юл м‑н үҫемлек һәм һыу (аҡмай торған һыу ятҡылыҡтары, көтөүлектәр) м‑н бергә фасциола яралғылары булған цисталарҙы йотҡанда йоға. Хайуандар һәм кеше эсәктәрендә ҡыуыҡтарынан сыҡҡан фасциола яралғылары эсәктәрҙең стенкаһы аша ҡорһаҡ ҡыуышлығына үтеп инә, ҡан ағымы м‑н бауырға, һуңынан үт юлдарына эләгә, унда бер урынға тупланып, тулыша һәм бауырҙың шешеүенә, эске ағзаларҙың функциялары боҙолоуына булышлыҡ итә, организмды дөйөм ағыулай, аллергия барлыҡҡа килтерә.
Кеше Ф. Киҫкен һәм хроник фазалары айырыла. Инкубация осоро 1—8 аҙна тәшкил итә. Төп симптомдары: тән т‑раһы күтәрелеү, уҡшыу, ҡайһы берҙә ҡоҫоу, тәндең һәм лайлалы тиресәләрҙең һары төҫкә инеүе, уң ҡабырға аҫтында өйәнәккә оҡшаш ауыртыу, бауырҙың һәм талаҡтың ҙурайыуы; ауырыу хроник булғанда был билдәләр ныҡ һиҙелмәй. Диагностика өсөн иммунологик, серологик тикшереү ысулдары, паразит йомортҡалары булыу‑булмауына бөйән эсәгендәге бушандыҡҡа һәм тиҙәккә анализ ҡулланыла. Дауалау медикаментоз, диетотерапия, резонанс-йышлыҡлы терапия һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: абсцесс, эренле холецистит, холангит һәм бауыр циррозы. Иҫкәртеү: халыҡтың санитария‑гигиена мәҙәниәтен күтәреү һ.б. Медицина университетында 20 б. 90‑сы йй. Ф. м‑н ауырығандарҙың катаболик һәм анаболик процестары өйрәнелә (Д.Ә.Йәнекәев).
Хайуандар Ф. Был ауырыуға башлыса һарыҡтар, кәзәләр һәм һыйыр малы бирешеүсән. Төп симптомдары: төшөнкөлөк, күҙ тиресәһенең ағарыуы йәки һарыланыуы, тән т‑раһының 41,5°С тиклем күтәрелеүе, эс китеү, тын ҡыҫылыу һ.б.; ауыл хужалығы малдарының продуктлылығы кәмей. Диагностикаһы патологоанатомик, клиник, лаб., эпизоотологик һ.б. тикшеренеү мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау медикаментоз (антгельминтиктар). Иҫкәртеү: көтөүлектәрҙе гельминтологик баһалау, карантин, моллюскылар һанын сикләү, профилактик гельминтһыҙландырыу, көтөүлектәрҙе алмаштырыу һ.б. Башҡортостанда 2008 й. һыйыр малы араһында Ф. м‑н зарарланыуҙың 2066 осрағы теркәлгән. 20 б. 50— 60‑сы йй. Ветеринария лабораторияһында тыуҙырыусының һәм ваҡытлы хужаның биол. мәсьәләләре, респ. гельминтоздың таралыуы, малдарҙы гельминтһыҙландырыу ысулдары (Х.В.Әйүпов һ.б.), 70—90‑сы йй. Аграр университетта матдәләр алмашыныу үҙенсәлектәре, хайуандарҙы иммуностимуляциялау ысулдары, Ф. иҫкәртеү һ.б. өйрәнелә (Х.Ғ.Нурхәмитов, Р.Ғ.Фазлыев, Әйүпов һ.б.).
Әҙәб.: Н у р х а м е т о в Х.Г., Е н и к е е в Д.А. Фасциолёз животных и человека (интенсивность катаболических и анаболических процессов). Уфа, 1997.
Д.Ә.Вәлишин, Ғ.З.Хәзиев
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина