Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘТҠУЛЛИН Хөсәйен Ямалетдин улы

Просмотров: 996

ФӘТҠУЛЛИН Хөсәйен Ямалетдин улы [5.9.1887, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 12.5.1979, шунда уҡ], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1943), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң (1906) Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Шәкүр (хәҙ. Свердловск өлк. Түб. Һирге р‑ны) башланғыс мәктәбендә уҡыта. 1911—56 йй. (өҙөклөк м‑н) Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә эшләй: 1925 й. алып дир. урынбаҫары, 1942—49 йй. директор. 1920—24 йй. БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны (хәҙ. Ҡыйғы р‑ны) халыҡ мәғарифының кантон бүлеге мөдире. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944, 1947). Ф. исеме Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенә бирелгән (2001).

Д.А.Ғәлимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: