Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘТТӘХОВ Ҡасим Камал улы

Просмотров: 964

ФӘТТӘХОВ Ҡасим Камал улы [21.1.1921, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Яңы Мошто а. (БР‑ҙың Краснокама р‑ны) — 5.5.1981, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Уртауыл а.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре. Б. В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Краснокама р‑нында: Йәнйегет МТС‑ы тракторсыһы, трактор бригадаһы бригадиры, механигы, 1956 й. — Касёв РТС‑ының баш инженеры, 1957 й. — дир., 1960 й. — “Сельхозтехника” район берекмәһе идарасыһы, 1962 й. башлап “Маяҡ”, 1967—81 йй. “Красный Октябрь” к‑зы рәйесе. Ф. етәкс. “Красный Октябрь” к‑зы юғары рентабелле хужалыҡҡа әйләнә, иген культураларының уңышы 23,8 ц/га етә (1978). Ленин (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981), “Почёт Билдәһе” (1973), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: