Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘТИХОВА Эльвира Миҙхәт ҡыҙы

Просмотров: 983

ФӘТИХОВА Эльвира Миҙхәт ҡыҙы (15.8.1971, Өфө), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). БР‑ҙың халыҡ артисы (2014). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1997; Р.Ғ.Ғәлимуллина класы) БДОБТ, бер үк ваҡытта 1999—2007 йй. Анкара опера һәм балет театры (Төркиә), 2003—05 йй. Хорватия милли театры (Сплит ҡ.) солисы. Һирәк осрай торған матур тембрлы тауышына кантилена хас, сағыу сәхнә һөйкөмлөлөгө һәм артистизм м‑н айырылып тора; башҡарыу сәнғәтенә сәхнә образын тәрән уйлап ижад итеп һүрәтләү хас. Төп партиялары: Нарина (“Дон Паскуале”, Г.Доницетти; дебют, 1997), Виолетта (“Травиата”, Дж.Верди), Розина (“Севилья цирюльнигы” —“Севильский цирюльник”, Дж.Россини), Марфа (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А. Римский‑Корсаков), Нәркәс (“Нәркәс”, Х.Ф.Әхмәтов) һ.б. Концерт репертуарында И.С.Бах, В.А.Моцарт, К.Орфтың вокаль әҫәрҙәре. Сидней опера театры (Австралия), “Гонконг филармония” (Ҡытай), Зальцбург ҡ. Ландестеатры (Австрия) сәхнәләрендә йырлай. Д.Гавин, И.Кенни, М. Льюис, Б.Мартин, Р.Ла Спина, Л.Регаццо м‑н сығыш яһай. Рәсәй һәм сит илдәр буйлап (Австрия, Германия, Италия, Португалия, Төркиә һ.б.) гастролдәрҙә була. Вокалистарҙың Ғ.Әлмөхәмәтов ис. респ. асыҡ конкурсы лауреаты (Өфө, 1997; Гран‑при); Халыҡ-ара итальян операһы вокаль конкурсы дипломанты (Дрезден ҡ., Германия, 2002).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: