Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘХРЕТДИНОВ Тимерйән Йыһанша улы

Просмотров: 1289

ФӘХРЕТДИНОВ Тимерйән Йыһанша улы [20.3.1919, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Оло Өстүбә а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 27.11.1979, Өфө ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. майынан Калинин, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 2‑се удар армияның 150‑се уҡсылар дивизияһы 328‑се артиллерия полкының 4‑се батареяһы тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт иткән. Дан ордены менән Ф. 1944 й. 18 сентябрендә Белорус ССР‑ы биләмәләрендә, 1945 й. 15 февралендә Радовнитце торама пункты (Польша), 1—2 майҙа Берлин янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булған. Демобилизациянан һуң (1946) Өфө ҡ. йәшәгән һәм эшләгән. 1‑се (1946), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Ф. исеме Бүздәк районы Бүздәк а. урамға бирелгән, шулай уҡ уға һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.06.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: