Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБДРАХМАНОВ Хәниф Хажиғәле улы

АБДРАХМАНОВ Хәниф Хажиғәле улы [4.1.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Үрнәк ҡсб (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 23.4.1999, Өфө ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1950). 1943 й. ноябренән...

АБРАМОВ Алексей Фёдорович

АБРАМОВ Алексей Фёдорович (31.12.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы‑Даниловка а. — 12.6.2010, Липецк өлк. Донское а.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. нояб. Калинин фронтында 17‑се гвардия уҡсылар див. 45‑се гвардия уҡсылар полкының уҡсыһы, 1944 й. алып Көнбайыш һәм 2‑се...

АНПИЛОГОВ Поликарп Иванович

АНПИЛОГОВ Поликарп Иванович (12.3.1923, Һамар губ. Баклановка а. — 7.6.2007, Октябрьский ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Калинин һәм Көнбайыш фронттарҙа миномёт ком. булып хеҙмәт итә, 1944 й. апр. — разведчик, 2‑се Украина фронты 7‑се гвардия армияһы 409‑сы уҡсылар...

ӘЛИБАЕВ Әҙеһәм Ғәле улы

ӘЛИБАЕВ Әҙеһәм Ғәле улы [20.5.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Йомаш а. (БР‑ҙың Баймаҡ районы) — 12.8.1951, шул уҡ райондың Муллаҡай а.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Магнитогорск уҡытыусылар институтын тамамлаған (1951). 1943 й. сентябренән Украина фронтында 3‑сө гвардия танк...

БАННИКОВ Василий Васильевич

БАННИКОВ Василий Васильевич [1.11.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 12.12.1951, Өфө], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. авг. алып Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 8‑се гвардия армияһы 74‑се гвардия уҡсылар див....

БРАУН Николай Варфоломеевич

БРАУН Николай Варфоломеевич (25.4.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Воскресенск утары, хәҙер БР‑ҙың Күгәрсен районы Воскресенск а. — 10.4.1997, Ырымбур ҡ.), Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Совет армияһында. 1944 й. октябренән башлап 3‑сө Белоруссия фронтында 1‑се һауа...

ВАРФОЛОМЕЕВ Василий Михайлович

ВАРФОЛОМЕЕВ Василий Михайлович [1.1.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Карповка а. (БР‑ҙың Баҡалы районы) — 11.9.1988, Түбәнге Кама ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июленән Воронеж, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында 6‑сы армия 219‑сы уҡсылар дивизияһының 70‑се уҡсылар...

ВАСИЛЬЕВ Александр Харитонович

ВАСИЛЬЕВ Александр Харитонович [ысын исеме Вәлишин Әһлиулла Хисмәт улы; 17.4.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Мәтәүбаш а. (БР-ҙың Бәләбәй р‑ны) — 5.5.1961, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. тиклем “Уралмаш” з‑дында (Свердловск ҡ.) эшләй. 1943 й. алып 1‑се Украина фронтында...

ҒӘЗИЗОВ Мостафа Шакир улы

ҒӘЗИЗОВ Мостафа Шакир улы [5.10.1923, БАССР-ҙың Өфө кантоны Яңы Муса а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 27.10.2005, Өфө], танкист, капитан (2000). Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. 1‑се Ульяновск бронетанк уч‑щеһын тамамлаған (1945). Ҡырмыҫҡалы р‑нының “Ҡыҙыл билге” к‑зында...

ДЬЯЧКОВ Александр Васильевич

ДЬЯЧКОВ Александр Васильевич [25.10.1921, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Николаевка а. (БР‑ҙың Благовещен районы) — 6.9.1961, шунда уҡ], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып фронтта. Уҡсы булып хеҙмәт итә, 1943 й. башлап Воронеж, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында...

ЕДРЁНКИН Михаил Акимович

ЕДРЁНКИН Михаил Акимович [1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Иҫке Александровка а., хәҙ. Өфө ҡ. эсендә, — 2.11.1970 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 3.10.1970), Өфө], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. мартынан Брянск, Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында 13‑сө армияның 7‑се штурмлау...

ЗАРИПОВ Зиннур Зарип улы

ЗАРИПОВ Зиннур Зарип улы [10.3.1915, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Түбәнге Әлкәш а. (БР‑ҙың Дүртөйлө районы) — 11.7.1997, шул уҡ райондың Исмаил а.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Дүртөйлө районының “Ҡыҙыл Бүләк” колхозы бригадиры, рәйесе. 1941 й. октябренән Калинин,...

ЗОТОВ Виктор Никифорович

ЗОТОВ Виктор Никифорович [29.5.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баҡалы а. (БР‑ҙың Баҡалы районы) — 16.7.1996, Өфө ҡ.], миномётсы, гвардия майоры (1953). Дан орденының тулы кавалеры. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Иваново хәрби‑сәйәси училищеһын (1947), БДУ‑ны...

КАШАПОВ Иван Ибраһим улы

КАШАПОВ Иван Ибраһим улы (Уршат Кәшәфетдин улы; 2.9.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡулай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 12.3.2005, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), миномётсы, гвардия өлкән лейт. (2000). Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ашхабад хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1939 й. һәм...

КИНЯШОВ Михаил Александрович

КИНЯШОВ Михаил Александрович (15.9.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Благовещен Заводы а., хәҙер БР‑ҙың Благовещен ҡ., — 1.6.1995, шунда уҡ), Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938—42 йй. һәм 1947—84 йй. Благовещен арматура заводында эшләй. 1943 й. алып Ялан, 2‑се, 3‑сө һәм 1‑се Украина...

КОБЗЕВ Николай Никифорович

КОБЗЕВ Николай Никифорович [1.10.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Гуровка а. (БР-ҙың Ауырғазы районы) — 1991, Борисов ҡ.], танкист, гвардия полковнигы (1980). Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Харьков гвардия танк училищеһын (1948) һәм “Выстрел” Юғары атыу-тактика курстарын...

КОЛМЫКОВ Алексей Иванович

КОЛМЫКОВ Алексей Иванович [17.1.1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айтуған-Дурасов а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 15.2.1997, Һарытау өлк. Заволжский ҡсб], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып Калинин, Балтик буйы, 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 3‑сө удар армия 25‑се...

КОСТИН Яков Дмитриевич

КОСТИН Яков Дмитриевич [20.10.1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баҡалы а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 20.9.1993, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. 1938 й. Хәсән күле янындағы совет-япон ҡораллы бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. дек. башлап Резерв фронтында хеҙмәт итә....

КУЗНЕЦОВ Александр Павлович

КУЗНЕЦОВ Александр Павлович [8.11.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Екатериновка а. (БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 30.5.1979, Львов ҡ., Ивано-Франковск ҡ. ерләнгән], артиллерист, гвардия полковнигы (1975). Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев артиллерия училищеһын тамамлаған (1953)....

КУЗНЕЦОВ Георгий Иванович

КУЗНЕЦОВ Георгий Иванович (7.5.1900, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Бармаҡ утары — 20.4.1979, Белово ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Көнбайыш һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында 31‑се армия 31‑се инженер-сапёр бригадаһының отделение ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н К. 1944...