ФАЯЗОВ Радик Рәдиф улы
ФАЯЗОВ Радик Рәдиф улы (28.7. 1960, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Арыҫлан а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында, 1990 й. алып Шишмә үҙәк район дауаханаһында, 1993—95 йй. — ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында, 1998 й. — 8‑се дауаханала (икеһе лә — Өфө) эшләй. 1999 й. башлап БДМУ‑ның өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙарын хирургик дауалау, колопроктология мәсьәләләренә арналған. Ф. ҡатнашлығында кеше тәненең ҡыуышлыҡтары һәм ағзаларындағы баҫым дәүмәленең уның функциональ торошона бәйле үҙгәреүе законлыҡтары асыҡланған, ағзаларҙы һаҡлап ҡалыуҙа, алыштырыуҙа оператив ярҙам итеү һәм абдоминаль хирургияла, гинекологияла операциялар өсөн минималь инвазив үтеп инеү ысулдары эшләнгән, хирургик практикаға күҙәнәк технологиялары һ.б. индерелгән. 430‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 23 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2007).
Х е ҙ м.: Трансплантация селезёночной ткани и стволовых клеток в эксперименте и клинической практике. М., 2010 (авторҙ.); Экспериментальная миниинвазивная абдоминальная хирургия. Уфа, 2013 (авторҙ.); Современные тактические подходы при синдроме Меллори-Вейса. Уфа, 2016.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина