Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЕЛЬЕТОН

Просмотров: 1041

ФЕЛЬЕТОН (фр. feuilleton), йәмғиәттең кәмселектәрен һәм кешеләрҙең етешһеҙлектәрен фашлауға йүнәлтелгән үткер художестволы публицистик әҙәби жанр. Йәмәғәтселек фекере формалашыуында ҙур роль уйнай. Ф. тәнҡитле, йыш комик, ш. иҫ. сатирик, башланғыс хас. Төп үҙенсәлектәре: хәбәр иткән йәки фекер йөрөткән предметтың актуаллеге һәм хәрәкәтсәнлеге, алдан ҡоролған “планһыҙлыҡ”, еңеллек, композицияһының тәбиғилеге, төрлө әҙәби һәм әҙәбиәттән тыш жанрҙарҙы һәм стилдәрҙе (шәхси йәки эш хаты, көндәлек, белдереү, доклад, резолюция һ.б.) пародия булараҡ ҡулланыу. Башҡорт әҙәбиәтендә Ф. тәүге өлгөләре Аҡмулла, М.И.Өмөтбаев һ.б. тарафынан ижад ителә, уларҙа ҡатып ҡалғанлыҡ, наҙанлыҡ, ҡатлам һәм милләт тәкәбберлеге тәнҡитләнә. Ш.Бабичтың Ф. йәмғиәттәге, ш. иҫ. театрҙағы (“Өфө тигеҙһеҙлектәре”, “Өфө ҡыҙыҡтары” һ.б.), мәғариф өлкәһендәге (“Өфөнән” һ.б.), журналистика эшмәкәрлегендәге (“Яҙыу”; бөтәһе лә — 1916) һ.б. кире күренештәрҙе фашлауға арналған. Совет осоро Ф. кешеләрҙең аңындағы капитализм осорона хас ҡараш һәм фекерҙәр тәнҡитләнә, бюрократизм, иҫкелек, ялағайлыҡ һ.б. мыҫҡыл ителә; С.Агиш, М.Ғафури, А.Карнай, С.Кулибай, Б.Ишемғол, И.Насыри, А.Ш.Ғирфанов, Ф.М.Ғүмәров, С.Ғ.Иманғолов һ.б. ижадында осрай. Жанрҙың актуаллеге 20—21 бб. үҫә, быға йәмәғәт формацияларының алмашыныуы һәм шул арҡала йәмғиәттә яңы негатив соц.‑психологик типтар һәм күренештәр барлыҡҡа килеүе булышлыҡ итә. Ф. өлкәһендә М.Н.Кәримов, Р.Ф.Мифтахов, М.Сәлим һ.б. эшләй. “Һәнәк” ж. төп жанры булып тора.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: