Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУБЛИЦИСТИКА

Просмотров: 1699

ПУБЛИЦИСТИКА (лат. publicus — йәмғиәт), әҙәбиәттең үҙендә художестволы һәм оратор прозаһы элементтарын берләштергән үҙенсәлекле төрө. Көнүҙәк соц., сәйәси, тарихи, әхлаҡи‑этик, экологик һ.б. проблемаларҙы яҡтырта. Уға экспрессивлыҡ һәм асыҡ тенденциозлыҡ хас. П. ысынбарлыҡты танып белеүҙең художестволы һәм фәнни алымдары ҡулланыла. Художестволы һәм документаль П. айырыла. Жанрҙары: очерк, памфлет, репортаж, әҙәби рецензия, мәҡәлә, фельетон һ.б.

Башҡ. П. ауыҙ‑тел әҙәбиәтенә, милләтте берләштереүҙә мөһим роль уйнаған йырауҙар һәм сәсәндәр ижадына барып тоташа. Башҡорт ихтилалдары (1718 бб.), милли хәрәкәт азатлыҡ идеяларының, төрлө идеологик һәм идея‑эстетик ҡараштарҙың киҫкен көрәшенең беренсе планға сығыуына булышлыҡ итә, ошолар нигеҙендә соц.‑тарихи характерҙағы П. артабан үҫеш ала. 17—18 бб. халыҡ сыуалыштары м‑н бәйле хәл- ваҡиғалар һәм уларға булƒан мөнәсәбәт тәуарихтарҙа сағыла. П. тарихында власть вәкилдәренә, батшаға төрки телендә яҙылған хат‑мөрәжәғәттәр (ҡара: Шикәйәтнамә), Уложенный комиссияға наказдар ҙур әһәмиәткә эйә була; 18 б. уртаһында Батыршаның Елизавета Петровнаға яҙған хаты — халыҡ П. сағыу өлгөһө (ҡара: Батыршаның батшаға яҙған хаты). Халыҡ П. үҫешендә Е.И.Пугачёв хәрәкәте етәкселәренең эшмәкәрлеге ҙур роль уйнай [ҡара: Крәҫтиәндәр һуғышы (177375)]. Ихтилалға тиклем үк башҡорттарҙың мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһаған, халыҡтың ышанысын һәм хөрмәтен ҡаҙанған Кинйә Арыҫланов Пугачёвтың аңлатмалы хаттар м‑н бирелгән манифестарын һәм указдарын төрки телендә төҙөүҙә ҡатнаша; уның хаттары, йөкмәткеһенең актуаллеге һәм йәмәғәтселеккә мөрәжәғәте интенсивлығы арҡаһында, ихтилал етәкселәренең халыҡ м‑н аралашыуында мәғлүмәт сараһы була. Салауат Юлаевтың шиғри әҫәрҙәре публицистик характерҙа ижад ителеп, соц. яңғыраш ала. П. тормошҡа оператив ҡатнашҡан сара булараҡ яҙыусыларҙы һәр ваҡыт йәлеп итә. Үҙ ваҡытының мөһим проблемаларына (милли үҫеш, белемдең таралыуы) суфый шағирҙар (ҡара: Суфыйсылыҡ) Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, Һ.С.Сәлихов, Ғ.Соҡорой һәм мәғрифәтселәр Аҡмулла, М.И.Өмөтбаев (ҡара: Мәғрифәтселек) һ.б. мөрәжәғәт итә. 20 б. башында П. синфи йүнәлеше м‑н характерлана. Ф.К.Туйкин, М.А.Буранғолов, Х.Ғ.Ғәбитов публикацияларында иҡт., халыҡ мәғарифы, башҡ. халҡының мәҙәни һәм көндәлек тормошо мәсьәләләре яҡтыртыла. Октябрь революцияһынан һуң П. агитацион‑пропаганда характерында була. Был осор П. үҫеше Ш.Ә.Хоҙайбирҙин, М.Ғафури, Д.Юлтый, А.М.Таһиров, Ғ.Ғүмәр, А.Карнай исемдәре м‑н бәйле, уларҙың хеҙмәттәре замандың актуаль мәсьәләләренә арналған. Дин, әҙәбиәт һәм сәнғәт проблемалары — И.Насыри, Б.Ишемғол, Ғ.Ғүмәр, башҡ. халҡының милли көрәше Ғ.Иркәбаев, Ш.Бабичтың публицистик әҫәрҙәрендә күтәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында П. агитатор һәм массаларҙы ойоштороусы ролен үтәй. Ә.Чаныш, Х.Кәрим, С.Ҡудаш, М.Кәрим, Р.Ниғмәти очерктары, хаттары, мәҡәләләре Тыуған илде һаҡлауға өндәй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа П. сәнәғәт производствоһы һәм а.х. проблемаларына мөрәжәғәт итә (Х.Ғиләжев, М.Кәрим, Ә.М.Мирзаһитов, Р.Ғ.Солтангәрәев). 80—90‑сы йй. башҡ. П. 20 б. 1‑се ярт. ваҡиғаларҙың объектив картинаһын тергеҙә: Граждандар һуғышы, шәхес культы, башҡ. дәүләтселеге, башҡорт теленең статусы, ер биләү һәм тирә‑яҡты һаҡлау мәсьәләләрен күтәрә (Р.Т.Бикбаев, Р.Х.Насиров, Р.Ғ.Өмөтбаев, Ғ.Ғ.Шафиҡов). Т.Б.Сәғитов, Р.Шәкүр, Т.Ә.Килмөхәмәтов, М.Ә.Ҡотлоғәлләмов, С.М.Бәҙретдинов, Р.З.Хажиев һ.б. үҙҙәрен хәҙ. П. оҫталары итеп таныта. Милли яңырыу, әхлаҡи тәрбиә проблемаларына, соц. һорауҙарға айырым иғтибар бүленә. “Ағиҙел”, “Бельские просторы”, “Ватандаш” ж. П. махсус бүлектәре бар.

Әҙәб.: Х а ж и е в Р. Башкирская публицистика и современность //Ватандаш. 2001. №1; К у з б е к о в Ф.Т. Башкирская журналистика как явление этнической культуры. Уфа, 2006.

Ф.Т.Күзбәков

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: