Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЕНХЕЛЬ

Просмотров: 579

ФЕНХЕЛЬ (Foeniculum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4—5 төрө билдәле, Африкала, Көньяҡ һәм Көньяҡ‑Көнсығыш Европала, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм Урта Азияла таралған. Башҡортостанда ябай Ф. үҫтерелә. Ике йәки күп йыллыҡ үҙенсәлекле еҫе һәм тәме булған, орсоҡ формаһындағы итләс тамырлы күгелйем төҫтәге үлән. Һабағы төҙ, ныҡ тарбаҡланған, бейеклеге 90—150 см. Япрағы сиратлы, һыҙаттары йомортҡа‑өсмөйөш формаһында, тырпайған еп рәүешле өлөшсәләргә бүленгән өс йәки дүрт тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә; аҫҡылары — эре, һаплы, урталағылары һәм өҫкөләре — оҙонса тар ситтәре ярылы еңсәләрҙә урынлашҡан. Сәскәһе һары төҫтә, ваҡ, күп һанлы тигеҙ булмаған нурлы, урамалары һәм ваҡ урамалары булмаған, ҡатмарлы сатырҙарға йыйылған. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — эре, асыҡ төҫтәге 5 сығып торған ҡырҙары булған 2 ярым емешкә бүленеүсән, һорғолт һоро төҫтәге һалынҡы емеш; авг.—сент. өлгөрә. Емештәрендә майҙар һәм эфир майҙары, кумариндар, флавоноидтар бар, медицинала, парфюмерия‑косметика сәнәғәтендә һәм аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә ҡулланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019