Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИГУРАЛЫ ШЫУЫУ

Просмотров: 1260

ФИГУРАЛЫ ШЫУЫУ, спорт төрө, боҙҙа музыкаға төрлө фигуралар яһау б‑са конькиҙа ярыш. Яңғыҙ ир‑егеттәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар шыуыуы, парлы шыуыу, боҙҙа спорт бейеүҙәре һ.б. айырыла. Башҡортостанда Ф.ш. үҫеше 20 б. 40‑сы йй. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте эргәһендә тәүге секция (етәкс. М.П.Трифонов) асылыуға бәйле. 50‑се йй. башында “Искра” стадионында (ҡара: “Хеҙмәт”), 60‑сы йй. “Зенит”, “Спартак” ДСО‑лары эргәһендә Ф.ш. секцияһы һәм Өфөнөң 4‑се ДЮСШ‑нда Ф.ш. бүлеге эшләй башлай. БР фигуристары араһында: яңғыҙ шыуыуҙа И. Митрущенков — СССР чемп. (1952), Г.А.Фролова — “Буревестник” ДСО‑һының Үҙәк советы чемп. (1957), О. Веселова — “Жигули” призына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Куйбышев ҡ., 1975), Г.Ильин, О.Петрушова — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёрҙары (1978), Н.М.Зайцева — “Зенит” ДСО‑һының Үҙәк советы чемп. (1979), Ю.В.Иванова — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры һәм РСФСР беренселегенең бронза призёры (икеһе лә — 1981); парлы шыуыуҙа Фролова һәм Р.Ф.Афанасенко РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёрҙары (1958), Р.Ш.Ғәлиева һәм С.Расщепин — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёрҙары һәм “Жигули” призына халыҡ‑ара турнир еңеүселәре (икеһе лә — 1978); боҙҙа спорт бейеүҙәрендә Т.Н.Перескокова һәм И.Панчишин РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёрҙары (1981) һәм “Жигули” призына халыҡ‑ара турнир еңеүселәре (1980), Е.А.Рудик һәм Э.Мәсәғүтов — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёрҙары (1981), У.Н.Тыртышная һәм И.Мансуров — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёрҙары (1985). Республикала Олимпия резервы спорт мәктәбе №1 Ф.ш. бүлеге, Ф.ш. мәктәбе (Өфө), “Салауат” (Салауат ҡ.) спорт‑концерт комплексы эргәһендә секция эшләй, уларҙа 400‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2010). 1998 й. алып БР Ф.ш. федерацияһы эшләй. Ф.ш. м‑н тренерҙар Афанасенко (бөтә Союз категориялы судья), Р.А.Гагарина (халыҡ‑ара категориялы судья), Е.А.Ананикян, Т.Н.Буйлина, Р.Ш.Дәүләтгәрәева, Ю.В.Павлова, Тыртышная, Фролова (бөтәһе лә — бөтә Рәсәй категориялы судьялар), В.П.Санейко һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

У.Н.Тыртышная

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: