Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЗИКА

Просмотров: 1262

ФИЗИКА (гр. phýsis — тәбиғәт), матди донъяның дөйөм үҙсәнлектәрен, тәбиғәт күренештәренең һанса законлыҡтарын өйрәнгән фән. Ф. закондары тәбиғәт белеменең нигеҙен тәшкил итә. Тикшеренеү объекттары б‑са металлофизика, молекуляр физика, радиофизика, атомдар һәм молекулалар физикаһы, түбән температуралар физикаһы, ҡаты есемдәр физикаһы, газ һәм шыйыҡсалар, плазма, элементар өлөшсәләр физикаһы һ.б.; ысулдары б‑са — теоретик һәм эксперименталь Ф.; материяның хәрәкәт итеүе формаһы б‑са — тотош мөхиттәр механикаһы (ш.уҡ акустика инә), термодинамика, статистик физика, электродинамика (ш. иҫ. оптика), квант механикаһы һ.б. айырыла. Башҡортостанда Ф. үҫеше 1919 й. Өфөлә Физика институты асылыуға бәйле (ойоштороусыһы һәм дир. К.П.Краузе). 1920 й. Халыҡ мәғарифы ин‑ты составында (ҡара: Башҡорт дәүләт университеты) физика‑матем. бүлеге асыла, 1924 й. дөйөм Ф. каф. ойошторола, уның базаһында 1958 й. эксперименталь һәм теоретик Ф. каф., 1934 й. — физика‑матем. ф‑ты ойошторола, 1972 й. физика һәм матем. ф‑ттарына бүленә. Республикала Ф. үҫешенә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфөгә эвакуацияланған Украина ССР‑ы Фәндәр академияһы ғалимдары өлөш индерә (Н.М.Крылов һәм Н.Н.Боголюбов). 60‑сы йй. Химия ин‑тында Ф. өлкәһендә тәүге ғилми‑тикшеренеү эштәре үткәрелә (В.И.Хвостенко), ӨАИ‑ла матдәнең конденсирланған фазаһының молекуляр спектроскопияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр башлана (И.С.Перелыгин), 70‑се йй. БДУ‑ла СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлеге м‑н берлектә — ғәмәли ядро физикаһы (В.С.Авзянов, О.А.Барсуков), юғары йышлыҡтағы электромагнит нурланышы энергияһын нефть скважиналарын йылытыу өсөн файҙаланыу (Ф.Л.Сәйәхов), шыйыҡ кристалдар (А.Н.Трофимов), магнетизм һәм домен структураһы (М.М.Фарзетдинов), микротулҡын спектроскопияһы (Н.М.Поздеев), эретмәләрҙең магнитҡа һиҙгерлеге (Ю.В.Ергин), тау тоҡомдарының магнит үҙсәнлектәре (К.А.Вәлиев), квант электроникаһы (А.Ғ.Аҡманов), ҡаты есемдәр Ф. (В.В.Парфёнов) өлкәһендә тикшеренеүҙәр башланған. 80‑се йй. керамик системаларҙың юғары үткәреүсәнлегенең флуктуация теорияһы үҫтерелгән (М.Х.Харрасов), электрохимик ҡоролмаларҙа ҡулланыу өсөн өсәүле НxNb3Se4 берләшмәләре, Nb3Se4 моно- һәм поликристалдары синтезланған (Р.Ә.Яҡшыбаев); 1,2‑синтетик полибутадиендың йоҡа ҡатламдарында ориентация тәртибен өйрәнеү методикаһы эшләнгән (А.Н.Чувыров); С60 фуллерендар плёнкаларының морфологияһы һәм атом структураһы, фторфуллерендарҙың кремнийҙың өҫкә йөҙөндә адсорбцияһы һ.б. (Р.З.Бәхтизин), магнит солитондары, һыҙыҡлы булмаған магнит тирбәлеүҙәренең авторезонанслы генерацияланыуы (М.Ә.Шәмсетдинов) тикшерелгән. Авиация техник университетында пластик деформация тәьҫирендә күләмле наноструктур хәлдәр формалашыу механизмдарын, металдарҙың физик-механик үҙсәнлектәрен билдәләү һәм перспективалы материалдар уйлап сығарыу б-са эштәр алып барыла; наноструктур титан, аҙ легирланған үтә ныҡ ҡорос алыу өсөн интенсив пластик деформация ысулдары табылған (И.В.Александров, Р.З.Вәлиев); наноструктур ҡаплауҙар йүгертеү өсөн производство участкаһы ойошторолған, металдарҙың өҫкө йөҙөн вакуумда көслө ток разрядтары м-н модификациялау технологияһы эшләнгән (В.В.Будилов). Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында күләмле наноструктур материалдар алыуҙың деформацион ысулдары табылған (Г.А.Салищев); уларҙың күп кимәлле структураһы (атом, микро-, электронлы һәм үтә йоҡа магнит) тикшерелгән, наноматериалдарҙың ике фазалы төҙөлөшөнөң моделе эшләнгән; материалдарҙа наноструктуралар формалашҡанда катодтың ҡайталыусанлыҡ (Н.А.Әхмәҙиев, Р.Р.Мөлөков____________), демпфирлау (Р.Р.Мөлөков, А.И.Пшеничнюк) һәм магнит (Х.Я.Мөлөков) үҙсәнлектәренең, диффузияһының (Р.Р.Мөлөков, А.Ә.Назаров), ион һәм электрон эмиссияһының (Р.Р. Мөлөков, Й.М.Йомағужин) үҙгәреүҙәре асыҡланған; аморф иретмәләр (Г.Ф.Корзникова), наноматериалдарҙың бөртөктәр сигенең һәм үтә һығылмалы деформацияһының характеристикалары өйрәнелгән (А.П. Жиляев, Пшеничнюк); наноструктур прокладкалар ҡулланып төрлө материалдарҙы баҫым ярҙамында иретеп йәбештереү юлы м-н тоташтырыу ысулдары уйлап сығарылған (Р.Й.Лотфуллин). Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында фуллерендар һәм уларҙың фторлы сығарылмаларының оҙаҡ йәшәүсе кире молекуляр иондар барлыҡҡа килтереүе асылған (В.А.Мазунов, М.В.Мөфтәхов); шыйыҡ кристалдарҙа һәм электр үткәреүсе полимерҙарҙа тышҡы ҡырҙар тәьҫиренән тигеҙ булмаған структур-фазалы үҙгәрештәр барлыҡҡа килеүе (О.А.Скалдин), органик полимер диэлектриктарҙың электрон үҙсәнлектәре, ш. иҫ. йоҡа полимер плёнкаларҙағы йылылыҡ стимуллаштырыусы күренештәр, уларҙың сенсорлы һәм оптик үҙсәнлектәре (А.Н.Лачинов), магнит яғынан бер төрлө булмаған һәм тәртипкә һалынған моно‑ һәм поликристалдар, эпитаксиаль плёнкалар һәм күп ҡатламлы структуралар (Р.А.Дорошенко), фуллерендар, углерод нанокөпшәләр һ.б. (Е.С.Шиховцева) өйрәнелә. Нефть техник университеты м-н берлектә (Е.А.Кантор) алмаштырылған 1,3-диоксандар рәтенең — циклогексан гетероаналогтарының конформацион анализы объекттарының төҙөлөшө тикшерелгән. Механика институтында күсәрҙәрҙең дефекттарын йүгерек буй тулҡындарҙың параметрҙарын үлсәү юлы м‑н диагностикалау өсөн матем. моделдәр әҙерләнгән (М.Ә.Илһамов), бәрмә тулҡындарҙың ҡаты есемдең күҙәүле материал ҡатламы м-н ҡапланған өҫкө йөҙөнә тәьҫир итеүе, газ детонацияһының күҙәүле инерт мөхиттә (Д.М. Балапанов, С.В.Лукин, С.Ф. Урманчеев), бәрмә тулҡындарҙың ҡыуыҡсалы шыйыҡсаларҙа гидраттар барлыҡҡа килтереп таралыуы (В.Ш.Шаһапов) һ.б. тикшерелгән. Медицина университетында структура төҙөүсе күҙәнәк мембраналары булған биол. актив молекулалар комплекстарының (ш. иҫ. флавоноидтарҙың) төҙөлөшө (Р.С.Нәсибуллин); Нефтехимия һәм катализ институтында — фуллерендарҙың физик характеристикалары, С60 һәм С70 молекулаларының төрлө берләшмәләрҙең электрон-ҡуҙғытыу хәлен дезактивациялауы (Р.Ғ.Болғаков); Бөрө социаль-педагогия академияһында — полимер продукттарҙың молекуляр-масса б‑са бүленеүенең һәм полимерлашыуҙың төрлө типтары өсөн кире мәсьәләләрҙе модель функциялары нигеҙендә сисеүҙең законлыҡтары (С.М. Усманов); Стәрлетамаҡ педагогия академияһында — трансцилляторлы күсереү күренеше (А.И.Филиппов); Педагогия университетында — термодинамик параметрҙар үҙгәргәндә һәм физик ҡырҙар тәьҫирендә шыйыҡсаларҙың һәм уларҙың ҡатышмаларының йылылыҡ-физик үҙсәнлектәре (М.Ә.Фәтихов, И.Ә. Фәхретдинов), шыйыҡ кристалдар теорияһында функциональ ҡараш (Н.Ғ.Миһранов) тикшерелгән.

Әҙәб.: Физики и математики Башкортостана. Уфа, 2008; Ферро- и антиферромагнитодинамика. Нелинейные колебания, волны и солитоны /М.А.Шамсутдинов [и др.], М., 2009; Институт физики молекул и кристаллов. От Уфимского физического института (1919—1937 гг.) до наших дней. Уфа, 2009.

В.В.Кузнецов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019