Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЗИКА ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1519

ФИЗИКА ИНСТИТУТЫ, 1919 й. окт. Өфөлә ин‑т булараҡ ойошторола, 1932 й. алып ҒТИ, 1937 й. ябыла. Ф.и. беренсе (Үҙәк) бүлеге Өфө икенсе ҡыҙ балалар гимназияһының физика кабинеты базаһында ойошторолған. БАССР‑ҙың Мәғариф ХК ҡарамағында булған. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: Өфөнөң уҡыу йорттарында физика, химия, биология фәндәрен уҡытыу, ғилми‑тикшеренеү эштәрен үткәреү, приборҙар уйлап сығарыу, яһау, ремонтлау һ.б. Институт составына 1932 й. 9 физика, 1 химия, 1 биол. кабинеттарынан торған Үҙәк уҡыу‑уҡытыу кабинеты ингән. Китапханаһы, приборҙар музейы, эксперименталь оҫтаханаһы һәм электр-физика (етәкс. Е.Н. Грибанов), термик (П.Г.Лавров), физика-техника (А.И.Глазырин), химия (Е.М.Губарев), үлсәү приборҙары (1934; В.М.Рябинин) лаб. (1933 й. нигеҙләнә) булған. 1923 й. алып Ф.и. эргәһендә физика уҡытыусыларын яңынан әҙерләү б‑са ике аҙналыҡ курстар эшләгән. 1919 й. Үҙәк бүлек — 10, 1932 й. — 62 (ш. иҫ. 6 юғары уҡыу йорто) уҡыу йортон хеҙмәтләндергән. 1923 й. 15 кеше эшләгән (ш. иҫ. 4, 1932 й. — 6 оҫтахана хеҙм‑ре). Институт хеҙм‑рҙәре тарафынан Ҡояш тажы һәм Ҡояш тотолоу күҙәтелә (К.П.Краузе, Н.Г.Пономарёв), респ. һауаһының, тупрағының, һыуҙарының радиоактивлығы (Грибанов), нервы системаларындағы физиол. һәм биол. процестар (Л.Л.Васильев) өйрәнелгән. Металдарҙың химик анализ ысулдары (Г.И.Каликинский) уйлап табылған, фотолюменесценция (Н.З. Андреев), аҡһымдарҙы химик реагенттар м‑н эшкәрткән ваҡытта уларҙың бүртеү процесы, майлы кислоталар алыу өсөн урындағы юғары парафинлы нефттәрҙе окисландырыу (Губарев), авитаминоз проблемалары (Г.Г.Штехер) һ.б. тикшерелгән. Лавров тарафынан ҡаты есемдәрҙең һәм шыйыҡ хәлдәге матдәләрҙең йылылыҡ үҙсәнлектәрен билдәләү приборҙары (улар торф, күмер, нефть кеүек урындағы янар материалдарҙы тикшереү, ҡаты есемдәрҙең оҙонайыу коэф. билдәләү өсөн ҡулланылған); Глазырин тарафынан механика б‑са приборҙар комплекты; илдең уҡыу йорттары һәм завод лаб. өсөн 23 төр прибор (1932) уйлап сығарылған. Ф.и. хеҙм‑рҙәре тарафынан: “Электрондар теорияһы күҙлегенән электр” (“Электричество с точки зрения теории электронов”, 1927 й.; Глазырин), “Радиотехника нигеҙҙәре” (“Основы радиотехники”, 1934 й. башҡ. телендә; Грибанов) хеҙмәттәре нәшер ителгән. 1924 й. алып ин‑т Рәсәй физиктары ассоциацияһына ингән (1929 й. алып Ф.и. эргәһендә Өфө бүлексәһе эшләгән). Ф.и. ҡатнашлығында 1‑се респ. радиокүргәҙмәһе ойошторолған (Өфө, 1929 й.). Институтты ойоштороусы һәм дир. — Краузе (1919—37 йй.).

Әҙәб.: К р а у з е К.П. Уфимский физический институт // Культурное строительство в Башкирии за 15 лет. Уфа, 1934; Е р г и н Ю.В. Уфимский физический институт (1919—1937). 2-е изд., доп. Уфа, 2006.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019