Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЛИМОНОВ Михаил Алексеевич

Просмотров: 1098

ФИЛИМОНОВ Михаил Алексеевич (26.5.1947, Марий АССР‑ы Елка а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2004), проф. (2006). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006). Бөтә Союз проф. союздар үҙәк советының Профсоюздар хәрәкәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1978). 1969 й. алып ТАССР‑ҙың Зеленодольск р‑ны Әйшә ҡасабаһында уҡытыусы булып эшләй, 1973 й. — ВЛКСМ‑дың Зеленодольск ҡала ком‑ты инструкторы. 1982 й. башлап профсоюздарҙың Башҡ‑н өлкә советында эшләй, 1985 й. — ӨДАТУ‑ла уҡыта (1992—96 йй. гуманитар ф‑т деканы урынбаҫары). Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостанда профсоюз хәрәкәте, авиация һәм космонавтика тарихына, соц. партнёрлыҡ проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Социальному партнёрству в Республике Башкортостан — 10 лет: история, опыт, проблемы. Уфа, 2004; В единстве действий — наша сила: этапы, события, люди. Уфа, 2006.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: