Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОСМОНАВТИКА

Просмотров: 1159

КОСМОНАВТИКА (космос һәм nautikḗ — диңгеҙҙә йөҙөү, караптар йөрөтөү сәнғәте), йыһан арауығында осоу; фән һәм техниканың йыһанды, Ерҙән ситтә булған объекттарҙы төрлө йыһанда осоу аппараттарын файҙаланып үҙләштереүҙе тәьмин иткән тармаҡтары. Башҡортостанда К. өлкәһендәге фәнни‑техник эштәр ғилми‑тикшеренеү ойошмаларында, тәж.-конструкторлыҡ бюроларында һәм ҡайһы бер сәнәғәт пр‑тиеларында алып барыла. 1957 й. башлап “Гидравлика” пр‑тиеһында “Союз” йөрөткөс ракеталарының заправкалау системалары өсөн һығылыусан үткәргес торбалар һәм фильтрҙар һ.б. яһайҙар. “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда 60‑сы йй. алып составында водород күберәк булған углеводород яғыулығы сығаралар. Был яғыулыҡ шыйыҡ кислород м‑н бергә “Энергия” йөрөтөүсе ракетаһының 1‑се баҫҡыс шыйыҡлыҡта эшләгән ракета двигателендә, “Зенит” йөрөтөүсе ракетаһының 1‑се һәм 2‑се баҫҡыстарын, “Мир” станцияһына осоп йөрөүсе “Буран” орбиталь йыһан карабын, “Прогресс” һәм “Протон” тибындағы караптарҙы эшләтеп ебәреү һ.б. өсөн ҡулланылған. 1962 й. башлап Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә “Космос” серияһы юлдаштары, “Восток”, “Восход” йыһан караптары, “Союз”, “Прогресс” транспорт йыһан караптары, “Салют”, “Мир”, “Альфа” орбиталь станциялары өсөн аппаратура һ.б. сығарыла.

Әҙәб.: Потеряхин В.А., Фахреев Н.К., Зыкина Р.Ф. Комбинат. Уфа, 1998.

В.Д.Бикмөхәмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: