ФИЛИППОВА Анна Сергеевна
ФИЛИППОВА Анна Сергеевна (25.12. 1973, Өфө), инженер‑системотехник. Техник ф. д‑ры (2007), проф. (2012). Э.А.Мухачёваның ейәнсәре. ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1996), 1999 й. алып шунда уҡ эшләй, 2013 й. башлап БДПУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге сәнәғәт объекттарын рациональ урынлаштырыу өсөн бесеү һәм төрөүҙең бер, ике үлсәмле мәсьәләләрен сисеүҙең комбинаторлы ысулдарын һәм алгоритмдарын уйлап табыуға арналған. Ф. тарафынан тура мөйөшлө итеп төрөү һәм рөхсәт ителмәгән участкалары булған ортогональ күпмөйөштәрҙе ҡаплау мәсьәләләрен сисеү өсөн эволюцион алгоритмдар тикшерелгән; блоклы структуралар нигеҙендә Техтран-Раскрой сәнәғәт системаһына (С.‑Петербург) һәм тура мөйөшлө итеп бесеүҙе проектлауҙың автоматлаштырылған CETAMI‑CUT системаһына (Өфө) индерелгән рациональ бесеү алгоритмдары уйлап сығарылған. 130‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Задачи двухмерной упаковки в контейнеры: новые подходы к разработке методов локального поиска оптимума. М., 2004 (авторҙ.); Оптимизация комплексного процесса геометрического покрытия и раскроя. Саарбрюккен, 2013 (авторҙ.).
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов