Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИРМА

Просмотров: 1052

ФИРМА (итал. firma), иҡт. һәм юридик яҡтан үҙ аллы хужалыҡ итеү субъекты; ҡайһы бер илдәрҙә Ф. термины ширҡәт мәғәнәһендә ҡулланыла. Ф. юридик шәхес булып тора һәм хужалыҡ ҡарамағында йәки идаралығында айырымланған мөлкәте булған ойошманы һынландыра. Ф. милке бер кешенеке, ширҡәттеке йәки корпорацияныҡы булыуы мөмкин. Ваҡ һәм уртаса фирмалар (ҡара: Бәләкәй предприятие) концерндарҙы хеҙмәтләндерә, уларға деталдәр ебәрә, төрлө хеҙмәт төрҙәре күрһәтә. Башҡортостанда 2010 й. “Висма”, “Горизонт”, “Интек” фәнни‑производство фирмалары, Өфө сәнәғәт‑сауҙа тегеү фирмаһы (Өфө), “Арго” (Туймазы р‑ны), “Байҡара” (Баймаҡ р‑ны), “Салауат” (Күгәрсен р‑ны) агрофирмалары һ.б. эшләй.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: