Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИСИНИН Владимир Иванович

Просмотров: 941

ФИСИНИН Владимир Иванович (20.12.1939, Омск өлк. 358‑се совхоз), зоотехник‑селекционер. В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. фәндәре акад. академигы (1988), БР ФА‑ның почётлы акад. (2002), а.х. ф. д‑ры (1979), проф. (1980). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999), Рәсәйҙең почётлы агросәнәғәт комплексы хеҙм‑ре (2011). Омск а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй. 1964 й. алып Тюкалинск ҡошсолоҡ с‑зының зоотехник‑селекционеры, дир. урынбаҫары, 1967 й. — Көнбайыш Себер ҡошсолоҡ зона тәж. ст. (икеһе лә — Омск өлк.) дир.; 1971 й. башлап Бөтә Рәсәй ҡошсолоҡ ғилми‑тикшеренеү һәм технология ин‑ты (Сергиев Посад ҡ.) дир., 2017 й. — ғилми етәксеһе, бер үк ваҡытта 1987 й. алып “Союзптицепром” Бөтә Союз ҒПБ‑ның, 1991 й. — Төбәк‑ара ҡошсолоҡ ғилми‑техник үҙәгенең ген. дир., 2002—13 йй. Рәсәй а.х. фәндәре акад. (бөтәһе лә — Мәскәү) 1‑се вице‑президенты. Фәнни эшмәкәрлеге ҡоштар селекцияһының биол. һәм генетик нигеҙҙәрен, уларҙы ашатыу һәм аҫрау технологияһын өйрәнеүгә арналған. Тауыҡтарҙың итле (Смена‑2, Смена‑7, Конкурент‑2, Сибиряк) һәм йомортҡалы (П‑46, Родонит, Птичное, Радонеж) кростарының авторы. Һирәк һәм юғала барған тауыҡ тоҡомдары генофондының донъя коллекцияһын ойоштороуҙа; элиталы тоҡом ҡошсолоғо продукцияһын етештереү өсөн ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялар эшләүҙә һ.б. ҡатнаша. 700‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 115 уйлап табыу авторы. РФ‑тың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (1995), СССР МС‑ы пр. (1979, 1990) лауреаты. Ленин (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975, 1981), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2010), Почёт (2006), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Эмбриональное развитие птицы. М., 1990 (авторҙ.); Птицеводство стран мира в конце XX века. М., 2005 (авторҙ.); Птицеводство России — стратегия инновационного развития. М., 2009.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.09.2021
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0
Связанные статьи: