Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОЛЬКЛОР

Просмотров: 1918

ФОЛЬКЛОР (ингл. folklore), х а л ы ҡ и ж а д ы, кешеләрҙең тормошон, фекерен, идеалдарын сағылдырған халыҡтың художестволы коллектив ижади эшмәкәрлеге; халыҡ тарафынан тыуҙырылған һәм халыҡ массаларында йәшәп килгән поэзия (халыҡ ауыҙ‑тел шиғри ижады), музыка (ҡара: Халыҡ музыкаһы), театр (ҡара: Халыҡ театрҙары), бейеү (ҡара: Халыҡ бейеүе), архитектура, һынлы сәнғәт, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте. Ф. ысынбарлыҡты тәрән художестволы аңлау, образдарҙың дөрөҫлөккә тап килеүе, ижади дөйөмләштереү хас. Ф. —нигеҙендә индивидуаль башланғыс ятҡан коллектив ижад. Төп һыҙаттары — күсәгилешлек, традицияларға тоғролоҡ һәм вариативлыҡ, төрҙәрҙең берҙәмлеге. Ф. халыҡ йырсылары һәм музыканттары, сәсәндәр, йырауҙар ижад итә һәм һаҡлап, телдән-телгә тапшыра. Халыҡ ауыҙ‑тел шиғри ижадында башҡорттарҙың тәбиғәткә ҡарашы, йәшәйеш аҡылы, психология, әхлаҡи идеалдар, соц. өмөттәре һәм ижади фантазияһы сағыла. Ф. халыҡтың рухи тормошонда ҙур роль уйнай, төп белем сығанағы була. Үҙенсәлектәре: традициялылыҡ, телдән булыуы, импровизациялылыҡ, коллективлыҡ, анонимлыҡ, синкретизм, яҙмала булмауы, вариативлыҡ, структур йәһәттән — сағыштырмаса тотороҡло булыуы, эпизодтарҙың ҡабатланып килеүе, фольклор формулаларының стереотиплығы. Эпик (хикәйәләү): эпос, әкиәт, мәҫәл____________, лаҡап, көлдөрөк, ымһындырыҡ, көләмәс-йомаҡтар (ҡара: Бәләкәй юмористик жанрҙар), риүәйәттәр һәм легендалар, хәтирә, хөрәфәти хикәйә, притча һ.б.; афористик: әйтем, мәҡәл, йомаҡ, нәсихәт һ.б. (эпик һәм афористик жанрҙар “ҡарһүҙ” тип йөрөтөлә); һүҙҙе, көйҙө, театрлаштырыу элементтарын берләштергән, музыка, бейеү, уйын (ҡара: Халыҡ уйындары) фольклоры һәм халыҡ вокал сәнғәте (йыр, ҡобайыр, әйтеш, таҡмаҡ, таҡмаза, бәйет, мөнәжәт, тулғау, һыҡтау, сеңләү һ.б.; әйтем терминына берләштерелә) м‑н тығыҙ бәйләнештә булған лирик жанрҙарҙы үҙ эсенә ала. Кешеләрҙең тәбиғи соц.‑көнкүреш һәм етештереү эшмәкәрлегенә индерелеүенең дәрәжәһе, характерына ҡарап, жанрҙар йола фольклорына (алғыш, арбау, ҡарғыш, һынамыштарҙы һ.б. үҙ эсенә ала), балалар фольклорына (тиҙәйткестәр, әйтешмәктәр) һ.б. төркөмләнә. Әҫәрҙәр башҡ. һәм урыҫ телендә сыҡҡан “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтыҡтарында баҫыла. Шулай уҡ ҡара: Фольклористика.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023