Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ МУЗЫКАҺЫ

Просмотров: 1569

ХАЛЫҠ МУЗЫКАҺЫ, м у з ы к а л ь ф о л ь к л о р, халыҡтың вокаль һәм инструменталь ижады. Традицион ауыҙ-тел ижады формаһында йәшәп килә. Башҡорттарҙа Х.м. боронғо тотемистик ҡараштарға (ҡара: “Сыңрау торна”), йыллыҡ циклдың традицион байрамдарына (ҡара: Кәкүк сәйе, Ҡарғатуй), һунар һәм хәрби эшмәкәрлеккә, йолаларға, мифологияға һәм эпосҡа бәйле барлыҡҡа килә. Килеп сығышы б-са башҡорт Х.м. күбеһенсә ҡурайсылар, йыраусылар, сәсәндәр һ.б. башҡарыусыларҙың (ҡара: Халыҡ йырсылары һәм музыканттары) шәхси ижадының һөҙөмтәһе булып тора. Вокаль Х.м. оҙон көй (“Бейеш”, “Зөлхәбирә”, “Таштуғай”, “Урал”), һалмаҡ көй (“Абдулла ахун”, “Бүгәс маршы”), ҡыҫҡа көй (“Ирәндек”, “Любизар”), таҡмаҡтар (“Гөлнәзирә”,“Ҡарабай”),ҡобайырҙар (“Суҡан батыр”), бәйеттәр (“Рус‑герман һуғышы бәйете”, “Француз яуы бәйете”), мөнәжәттәр (“Йома мөнәжәте”, “Бәхилләшеү”, “Ҡартлыҡ мөнәжәте”), ямғыр һәм ҡояш саҡырыу йолаларындағы, арбауҙарҙағы, им-томдарҙағы (ҡот ҡойоу), сеңләү һәм теләктәрҙәге көйҙәр, “Аҡһаҡҡола”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға” эпостарындағы, хикәйәттәрҙәге, әкиәттәрҙәге йыр өҫтәмәләре, “Мөхәмәҙиә” (“Мухамадия”), “Йософ менән Зөләйхә” (“Юсуф и Зулейха”) һ.б. әҫәр­ҙәрҙәге китап көйҙәре, ш. уҡ өноҡшаш һамаҡтар, ауыл, рекрут һәм зимагор йырҙары инә. Йәш б-са төркөмдәргә ярашлы балалар (бишек, мәҙәк, уйын йырҙары, таҡмазалар, тиҙәйткестәр) һәм йәштәр (әйлән-бәйлән уйыны) йырҙары айырыла. Инструменталь Х.м. вокаль музыканың инструменталь версиялары, инструменталь көйҙәр (“Аҡ яурын сал бөркөт”, “Йәйәүле Мәхмүт”,“Турат сағылы”), марштар (“Аҡмәсет”, “Ҡаҙанды алған марш”, “Манеж”, “Наполеон Бонапарт”, “Перовский”, “Развод”), йола (“Килен бейеүе”), лирик (“Зарифа”, “Мөғлифә”) һ.б. бейеүҙәрҙең көйҙәре ҡарай.

Х.м. риүәйәттәр һәм легендалар м-н бәйләнеш, яңғыҙ йырлау һәм музыка ҡоралдарында уйнау традициялары, импровизация, төрлө көйҙәр: ҡыҫҡа, формулалы, дауалау, ер эшкәртеүгә бәйле йолалар, бала тыуыуға бәйле йолалар һ.б. оҙатып барыусы көйҙәр, бай орнаментикалы һәм матур интонациялы оҙон көйҙәр (“Буранбай”, “Зөлхизә”, “Кәмәлек”); төрлө лад системалары [улар араһында төп урынды пентатоника биләй (ҡара: “Алты егет”, “Бала ҡарға”, “Суҡ муйыл”)]; ирекле, даими булмаған ритмика (“Бутис палкауник”, “Ильяс”, “Ҡаһым түрә”); күп тауыш төрҙәре — гетерофония (сеңләүҙә) һәм бурдон (өзләүҙә һәм ҡурай көйҙә­рендә бас фоны); көйҙөң периодлы һәм строфалы формалары хас. Инструменталь көйҙәр йыр көйҙәренән сағыуыраҡ, контраслыраҡ сағыштырыуҙар (көйҙө, фразаларҙы октава аша ҡабатлау, ҙур интервалдарға һикерештәр) м-н айырылып тора. Халыҡ йырҙары ғәҙәттә ҡурай, гармун, думбыра, дөңгөр, скрипка, мандолина һ.б. ҡоралдарға (ҡара: Халыҡ музыка ҡоралдары) ҡушылып башҡарыла. Башҡорт Х.м. башҡа халыҡтар (алтайҙар, ҡаҙаҡтар, татарҙар һ.б.) музыкаһына оҡшашлығы һәм урыҫ, украин көйҙәренән үҙләштереүҙәр (“Казачок”, “Барыня”, “Чижик”,“Гопак”һ.б.)милләт-ара бәйләнештәр м-н аңлатыла.

Әҙәб.: Башкирские народные протяжные песни /сост. Л.К.Сальманова. Уфа, 2007; Г а л и н а Г.С. Башкирская народная музыка. Уфа, 2013.

Л.Ҡәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019