Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕТЦ ФОРМИДИУМЫ

Просмотров: 946

РЕТЦ ФОРМИДИУМЫ (Phormidium retzii), зәңгәрһыу йәшел ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре призма формаһында, оҙонлоғо 4—9 мкм. Кәҫлектәре сағыу йәшкелт зәңгәрҙән ҡорос төҫмөрлө ҡара төҫкә тиклем, йыуан, ныҡ, суҡ рәүешле бүленгән. Трихомалары ҡараңғы йәшкелт зәңгәр төҫтә, төҙ, киңлеге 4,5—12 мкм, лайлалы, нескә, ныҡ йәки ағылма урамалар м‑н уратылған; хлор-цинк- йод тәьҫире аҫтында күгәрмәй. Трихомаларының ос күҙәнәктәре осона табан бер аҙ тарая, ҡалпаҡсалары булмаған аҙ ҡалынайған тышҡы тышсаһы м‑н, арҡыры бүлкәләренең грануляцияһы юҡ. Морфологик яҡтан һығылмалы төр. Тәбиғи тоҙланыуға бирешмәүсән; дала һәм ҡоро болон тупрағында үҫә. Башҡортостанда Баймаҡ (Баймаҡ ҡ. төньяҡҡа табан 6 км алыҫлыҡта һәм Сибай ҡ. янында) һәм Хәйбулла (Аҡъяр а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км) р‑ндарында табылған.

Р.Р.Кәбиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Илл.: Ретц Формидиумы (Phormidium retzii)

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019