Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗӘҢГӘРҺЫУ ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР

Просмотров: 972

ЗӘҢГӘРҺЫУ ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР, цианеялар, цианобактериялар (Cyanophyta, Cyanoprokaryota), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. Яҡынса 800 төрө билдәле. Бөтә ер шарында таралған, сөсө һәм тоҙло һыуҙарҙа, ҡайнар сығанаҡтарҙа, мәмерйәләрҙә, тупраҡ өҫтөндә, ҡаяларҙа һ.б. тереклек итә. Прокариотик бер (яңғыҙ йәки колония булып үҫеүсе ылымыҡтар) йәки күп күҙәнәкле, микро‑, ҡайһы берҙә макроскопик, беркетелгән йәки ирекле хәрәкәт итеүсе организмдар. Кокк, еп һымаҡ (трихаль), һирәгерәк төрлө йүнәлешле еп һымаҡ (гетеротрихаль) төҙөлөшлө. Күҙәнәктең формаһы төрлө, тышсаһы ҡаты, эске ҡатламы муреиндан тора. Күҙәнәк көбөһөнөң өҫкө йөҙөндә хәрәкәттә ҡатнашҡан һәм кибеүҙе тотҡарлаған ҡаптар йәки капсулалар барлыҡҡа килтереүсе лайлалы ҡатлам (тығыҙ һәм ҡалын) урынлашҡан. Протопласы хроматоплазманан (тышҡы буялған ҡатлам, составында фотосинтезды тормошҡа ашырыусы ламелла бар) һәм үҙәк плазманан (эске төҫһөҙ ҡатлам, ядро матдәһен, рибосомаларҙы, запас матдәләрҙе һ.б. үҙ эсенә ала) тора. Планктон формалары йыш ҡына бер йәки бер нисә газ вакуолдәре м‑н була. Формалашҡан ядроһы булмай, ядро аппараты (нуклеоид) ДНК‑ның бер ҡулса молекулаһынан тора. Хлоропластары һәм митохондриялары юҡ. З.й.ы. төҫө (алһыу һәм ҡара пигментациялылары осрай) a хлорофилы пигменттарының, фикобилиндарҙың (фикоциан, фикоэритрин) һәм каротиноидтарҙың (каротин, ксантофилл) өҫтөнлөк итеүе м‑н билдәләнә. Ассимиляцияның төп продукты — гликоген рәүешендәге полисахарид. Ҡайһы бер төрҙәрендә вегетатив күҙәнәктәрҙән атмосфера азотын туплау функцияһын башҡарған терминаль (еп остарында), базаль (уларҙың нигеҙендә), интеркаляр (вегетатив күҙәнәктәр араһында), латераль (ян яҡтарында) гетероцистар (үҫеүгә һәм бүленеүгә һәләтле түгелдәр, ваҡыт үтеү м‑н үләләр) барлыҡҡа килә. Вегетатив (бер күҙәнәклеләрҙә — уртаға бүленеү, күп күҙәнәклеләрҙә — епсә айырым участкаларға бүленгәндә барлыҡҡа килгән гормогониялар м‑н) һәм енесһеҙ (акинеталар — хәрәкәтһеҙ тын споралар; нанноциттар — ваҡ күҙәнәктәр м‑н; эндо‑ һәм экзоспоралар м‑н) юл м‑н үрсей. БР‑ҙа киң таралған. Планктон һәм бентос составына инә, йыш ҡына һыуһаҡлағыстарҙа һыуҙың “йәшелләнеүенә” килтерә; бер күҙәнәкле ылымыҡтар, бәшмәктәр (лишайниктар барлыҡҡа килтерә), иң ябайҙар, мүк һымаҡтар, абаға һымаҡтар, сәскәле үҫемлектәр һ.б. м‑н симбиозға инә. Тупраҡ З.й.ы. тупраҡ уңдырышлылығының яҡшырыуына булышлыҡ итә. Күп төрҙәре азотфиксацияға һәләтле, ҡайһы берҙәре тирә‑яҡ мөхитте бысратыуҙың индикаторҙары булып тора, экологик мониторингыла ҡулланыла, ағынты һыуҙарҙы биологик таҙартыуҙы тормошҡа ашырыусы микроорганизмдар комплексы составына инә. З.й.ы. — мал аҙығы һәм аҙыҡ аҡһымын етештереү өсөн, носток, спирулинаны аҙыҡ итеп файҙаланалар.

Л.Х.Зарипова, Р.Р.Кәбиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019