Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОСФОРЛЫ АШЛАМАЛАР

Просмотров: 1153

ФОСФОРЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн фосфор сығанағы булараҡ ҡулланылған органик һәм минераль берләшмәләр. Ф.а. етештереү өсөн башланғыс сеймал — апатиттар һәм фосфориттар. Ф.а. сифатында ш. уҡ органик матдәләр (тиреҫ, фосфатшлак, һөйәк оно һ.б.) файҙаланыла. Ф.а. һыуҙа (аммофос, диаммофос, суперфосфаттар һ.б.), цитратта (лимон к‑таһында йәки аммоний цитратында эрей; преципитат, термофосфаттар, томасшлак һ.б.), ауыр (вивианит, фосфорит оно, һөйәк оно) эрегән төрҙәре була. Һыуҙа эрегән Ф.а. бөтә а.х. культураларына төп һәм сәсеү алды ашламаһы булараҡ, уларҙы өҫтәмә туҡландырыу өсөн, цитратта һәм ауыр эрегән Ф.а. башлыса ер эшкәртеү ваҡытында индерелә. Индереү миҡдары тупраҡ составында үҫемлектәр эләгеү мөмкинлеге булған фосфор, азот, калий булыуына, ш. уҡ ашланған культураның биол. үҙенсәлектәренә һәм ашламаны ҡулланыу ысулына бәйле. Башҡортостанда Ф.а. бөтә ауыл хужалығы зоналарында файҙаланыла, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында һәм Урал аръяғы дала зонаһында ҡулланыу һөҙөмтәле һанала. 20 б. 70‑се йй. уртаһында Мәләүез химия з‑дында (ҡара: “Минудобрения”; 2007 й. алып “ГазпромнефтехимСалават” ААЙ составында) мал аҙығы преципитаты, 80‑се йй. башлап фосфор к‑таһы һәм ҡатмарлы минераль ашламалар етештереү үҙләштерелә. Респ. 2010 й. а.х. культураларына (100% туҡлыҡлы матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 11,6 мең т Ф.а., иң ҙур күләме (0,5—1,3 мең т) Ауырғазы, Благовар, Бүздәк, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка, Шишмә р‑ндары хужалыҡтарында индерелә. А.х. культураларының һәм тупраҡтың уңдырышлылығын яҡшыртыу өсөн Ф.а. файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеге 20 б. 50‑се йй. алып Ауыл хужалығы институтында (Б.П.Шиленко), Аграр университетта (Й.А.Усманов, Н.А.Середа һ.б.), Биология институтында (М.Н.Буранғолова, Г.А.Кольцова, Ф.Х.Хәзиев һ.б.) өйрәнелә.

Әҙәб.: У с м а н о в Ю.А. Фосфорные удобрения. Уфа, 1958; ш у л у ҡ. Ашинские фосфориты и их применение на удобрение. Уфа, 1961; К о л ь ц о в а Г.А., Х а з и е в Ф.Х., Г а б б а с о в а И.М. Фосфатное состояние почв Башкортостана. Уфа, 2001.

Н.А.Середа

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019