Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЗИЕВ Фәнғәт Хаммат улы

Просмотров: 1721

ХӘЗИЕВ Фәнғәт Хаммат улы (27.4.1936, БАССР‑ҙың Балтас районы Яланғас а.), тупраҡ белгесе, агрохимик, агроэколог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), биология фәндәре докторы (1983), профессор (1989). РФ‑тың (1997) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ҡазан университетын тамамлаған (1960). 1963 й. алып Өфө биология институтында эшләй: 1969 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1977 й. — тупраҡ ғилеме лабораторияһы мөдире, 2002 й. — баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1984—92 йй. БР ФА‑ның Биология фәндәре бүлексәһендә фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, 1995—2002 йй. экология бүлеге мөдире, 1995—2006 йй. академик‑секретарь. Х. республикала тупраҡ ғилеме үҫешенә ҙур өлөш индерә. Фәнни эшмәкәрлеге агроэкологияға, биохимияға, тупраҡтың ферментатив активлығына, тупраҡтың серетмә, азот, фосфат торошон, ауыл хужалығында ҡулланғанда, мелиорация үткәргәндә, ерҙәрҙе яңыртыу һәм техноген бысратыу ваҡытында уның үҙенсәлектәре динамикаһын комплекслы өйрәнеүгә арналған. Х. тарафынан агроэкосистемаларҙы экологик оптималләштереү концепциялары һәм нормативтары, нефть менән бысранған тупраҡты яңыртыу ысулдары эшләнә. Башҡортостандың тупраҡ (1990), тупраҡ‑эрозия (1995) карталарын төҙөүҙә ҡатнаша. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2001), В.Р.Вильямс исемендәге премия (1983) лауреаты. Салауат Юлаев ордены (2016), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы (2022) менән бүләкләнгән.

  Х е ҙ м.: Почвы Башкортостана: в 2 т. Уфа, 1995—1997 (авторҙ.); Методы почвенной энзимологии. М., 2005; Экология почв Башкортостана. Уфа, 2012; Земля моя — судьба моя. Уфа, 2020.

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.03.2023
Шәхестәр:
0
Связанные статьи: