Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОСФОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

Просмотров: 921

ФОСФОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, фосфор атомы туранан‑тура углерод атомы йәки гетероатом (азот, кислород, көкөрт һ.б.) аша бәйләнгән органик берләшмәләр. Тере организмдарҙа нуклеин кислоталары, нуклеотидтар, моно‑ һәм дифосфорлаштырылған шәкәрҙәр, нуклеозидмоноциклофосфаттар, глицеро‑ һәм сфингофосфолипидтар, флавин ферменттары, А коферменты, кокарбоксилаза, фосфорлаштырылған терпендар, глицеролдар, альдегидтар, кетондар һәм органик к‑талар сығарылмалары сифатында осрай. Тәбиғи берләшмәләргә фосфомицетин антибиотигы, β‑аминокарбон к‑таларының фосфорлы аналогтары, улар нигеҙендәге пептидтар инә. Фосфорҙағы урын алыштырыусы һаны б‑са беренсел, икенсел һәм өсөнсөл фосфиндар, уларҙың сығарылмалары һ.б.; валентлыҡ б‑са биш (фосфоний тоҙҙары, фосфиноксидтар, алкилфосфон, диалкилфосфин к‑талары һәм уларҙың сығарылмалары, фосфорандар, алкилиденфосфорандар) һәм өс валентлы (фосфиндар, алкил‑, диалкилфосфонистик к‑талары һәм уларҙың сығарылмалары) фосфор берләшмәләре; окисланған формаларының төрө б‑са — фосфиндар, фосфиноксидтар, ‑сульфидтар, ‑селенидтар, ‑алкилендар, фосфазоберләшмәләр, фосфоний, металл комплекслы берләшмәләр, фосфорандар, полифосфиндар һәм уларҙың сығарылмалары айырыла. Ф.б. өсөн алкоголиз, гидролиз, диспропорциялау, таутомерия, фосфорлаштырыу, гомолитик булмаған фотоәүерелеүҙәр, гомолитик ҡушылыу реакциялары, радиолиз, фотолиз хас. Өс валентлы фосфорҙың берләшмәләре электрофиллы һәм радикаллы реагенттар, биш валентлыһы — нуклеофиллы реагенттар м‑н реакцияға инә. Фосфорҙан һәм уның органик булмаған сығарылмаларынан (оксидтар, хлоридтар, оксихлоридтар) спирттар, аминдар, альдегидтар, олефиндар һ.б. м‑н үҙ‑ара тәьҫир итештереп алына. Трансуран һәм ерҙә һирәк элементтарҙың комплексондары һәм экстрагенттары, ион алмаштырыусы, юғары температураға сыҙамлы полимерҙар өсөн мономерҙар һ.б. сифатында ҡулланыла. Ф.б. — гидравлик шыйыҡсалар, йылылыҡ биргестәр, дарыуҙар, пестицидтар, флотореагенттар (ҡара: Флотация), өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, катализаторҙар (ҡара: Металл комплекслы катализ), стабилизаторҙар (ҡара: Полимерҙарҙы стабилләштереү), пластификаторҙар (ҡара: Полимерҙарҙы пластификациялау), антипирендар; ҡайһы берҙәре — ағыулағыс матдәләр. Башҡортостанда 1968 й. Өфө химия з‑дында (ҡара: “Уфахимпром”) хлорофос етештереү үҙләштерелә. “Уфанефтехим” ААЙ цинктың Ф.б. (минераль майҙарға ДФ‑11, ВНИИНП‑360 маркалы присадкалар) сығара. 80‑се йй. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында глифосат (N‑фосфонометилглицин; ин‑ттың тәж. з‑дында индерелгән, ҡара: Тәжрибә заводы; 90‑сы йй. башында Волгоград “Химпром” ПБ‑нда һынау партиялары эшләнгән) һәм уның нигеҙендә Глипофен, Глифен гербицидтары (Р.Б.Вәлитов, А.М.Колбин, Ю.Е.Сапожников, Б.П.Струнин) алыу технологияһы эшләнә. N‑фосфонометилглициндың натрийлы һәм диметилалкиламинлы тоҙҙарын тикшереү эштәре алып барыла. 70—80‑се йй. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) фосфон к‑таларының антидепрессант, седатив һ.б. үҙенсәлектәргә эйә булған холин эфирҙарының моно‑, полимерлы эске тоҙҙары синтезлана (Л.Х.Биксурина, Ф.С.Зарудий, Г.В.Леплянин, Т.Г.Толстикова); Ф.б. озонидтарының окисланыу үҙенсәлектәре өйрәнелә, фосфиноксид, фосфаттарҙың эпоксидтарын алыу ысулдары (Ф.А.Ғәлиева, Н.Н.Кабальнова, В.Д.Комиссаров, Н.М.Коротаева, Г.А.Толстиков, В.В.Шерешовец, Р.К.Янбаев) тәҡдим ителә.

Б.П.Струнин

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019