Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОТОСӘНҒӘТ

Просмотров: 1399

ФОТОСӘНҒӘТ, әҫәрҙәре фотоға төшөрөү юлы м‑н ижад ителгән художестволы ижад төрө. Ф. документаль һәм ҡулланма (плакатта, китап графикаһында, рекламала һ.б. ҡулланыла), художестволы фотография төрҙәренә бүленә.

Башҡорт йәйләүҙәрен кәүҙәләндергән, ш. уҡ Өфө өйәҙендә төшөрөлгән боронғо, иң тәүге фотографиялар 1860 йй. уртаһына ҡарай. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Николай II ҡушыуы б‑са Башҡортостанға фотограф С.М.Прокудин‑Горский ебәрелә, ул тәүге төҫлө фотографияларҙы эшләй. Шул уҡ осорҙа А.А.Зирах был сәнғәт м‑н шөғөлләнә. Революцияға (1917) тиклем Бәләбәй, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ. һәм ҡайһы бер ҙур ауылдарҙа шәхси фотосалондар булған, уларҙа документаль һәм художестволы фотографиялар эшләгәндәр. 1915 й. Өфөлә 9 фотосалон, совет осоронда И.К.Волков, А.В. Орловтың, “Хеҙмәт һәм сәнғәт” (“Труд и искусство”), “Сәнғәт” (“Художественная”) һ.б. фотосалондары була.

40‑сы йй. Ф. өлкәһендә хәрби фотохәбәрселәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар Г.Ф.Авраменко, А.М.Виноградов, М.А.Герасимов, Ә.З.Зараев, Е.А.Халдей һ.б. эшләй.

50—60‑сы йй. бик күп фотостудиялар барлыҡҡа килә. Тәүге һәүәҫкәрҙәр коллективы 60‑сы йй. башында “Ленинец” гәз. эргәһендә ойошторола, уға төрлө йылдарҙа Р.М.Гәрәев, В.А.Стрижевский, В.А.Волков етәкселек итә. 1960 й. Өфө фотоэштәр фабрикаһы (ҡара: “ФотоНУР”) асыла. 1973 й. Өфөлә Халыҡ ижады үҙәге эргәһендә “Урал” фотоклубы, 1976 й. “Ағиҙел” кинофотоклубы ойошторола (нигеҙ һалыусыһы һәм етәксеһе Р.И.Килмәмәтов). 1977 й. “Ағиҙел” (“Агидель”) Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (Мәскәү) лауреаты була. 1979 й., 1984 й. клуб ағзалары эштәренең коллекцияһы СССР ВДНХ‑һының (Мәскәү) бронза миҙалына, 1980 й. “Кадр” Халыҡ‑ара фотокүргәҙмәһендә (Армавир ҡ.) көмөш миҙалға лайыҡ була.

80‑се йй. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында (Мәскәү, 1984; Чита, 1985) башҡ. Ф. аҙнаһы үткәрелә, респ. тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бөтә Рәсәй ижади лаб. ойошторола. Башҡ. фоторәссамдары (Р.К.Баҙыҡов, В.П.Ваног, Виноградов, А.Б.Ғәлиев, Р.Ғ.Исламов, В.Я.Карабанов, В.Б.Меднов, Н.П. Пашковский, М.И.Пуземский, Г.Л. Самойлова, С.Н.Трибунский, С.А. Шемагонов, В.Р.Әлимов һ.б.) ватан һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. О.А.Машковский һәм А.Кичигин “Интер‑прессфото” Халыҡ‑ара художестволы фотография күргәҙмәһендә (Мәскәү) — алтын миҙалдарға, Килмәмәтов “Европа” күргәҙмәһендә (Барселона ҡ., Испания, 1981) бронза миҙалға лайыҡ була. “Ағиҙел” кинофотоклубы инициативаһы м‑н 1982 й., 1989 й. Өфөлә “Ағиҙел” Бөтә Союз фотокүргәҙмәһе ойошторола, унда Бәләбәй, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ., Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы р‑ндарының, ш. уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, Латвия, Молдавия, Украина, Эстония фотоклубтары ағзаларының эштәре күрһәтелә. Респ. клубтарының эштәре Гомель, Краснодар, Минск, Могилёв, Мәскәү, Мурманск, Чита, Әстерхан ҡҡ. күргәҙмәгә ҡуйыла.

1986 й. “Ағиҙел” Ф. өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн СССР ВДНХ‑һы дипломы м‑н бүләкләнә. 1986 й. Башҡ. респ. кинофотоһәүәҫкәрҙәре федерацияһы ойошторола (1991 й. тиклем эшләй; рәйесе А.М.Адеев), ул ауыл клубтары, мәктәптәре һәм китапханаларына тәғәйенләнгән “Башҡортостан ере һәм кешеләре” (“Земля и люди Башкирии”) документаль һәм художестволы фотография күргәҙмәләрен ойоштороу м‑н шөғөлләнә; фотохәбәрселәргә методик ярҙам күрһәтә һ.б. Журналистар союзы м‑н берлектә Татарстан һәм Сыуаш АССР‑ында, Германияла, Монголияла, Төркиәлә республика т‑да күргәҙмәләр әҙерләнә. 1990 й. федерация “Башҡорт фотографияһы” (“Башкирская фотография”) йыл һайын үткәрелә торған респ. фотоконкурсын уҙғара. Конкурстың тәүге Гран‑прийын Исламов яулай. Ф. өлкәһендә ш. уҡ Виноградов, Н.Х.Ғәлиев, А.А.Пестрецов, Шемагонов эшләй. 1999 й. Ғәлиев “Уралымдың төрлө төҫтәре” (“Многоцветье моего Урала”), 2005 й. — “Асылыкүл” (“Аслыкуль”), 2007 й. Пестрецов “Бына минең тыуған илем! Башҡортостан” (“Вот родина моя! Башкортостан”) һ.б. фотоальбомдарын сығара.

Республикала Ф. артабанғы үҫешенә Фоторәссамдар союзы ойошторолоуы булышлыҡ итә. 1992 й. союз “Донъя фотографтары экология өсөн” акцияһы сиктәрендә Тверь—Өфө (70 илдән 86 фотограф ҡатнаша), 1993 й. Өфө— Әстерхан—Өфө (Башҡортостан, Рәсәй, Ҡытай ҡалалары фотографтары) маршруттары б‑са фототурҙар ойоштора, һөҙөмтәлә “Волга буйлап түбәнгә табан” (“Вниз по Волге”) берлектәге фотоальбом ижад ителә. 1990—2000 йй. фоторәссамдар Т.В.Андреева, С.В.Барабаш, А.Ю.Витковская, И.Денисов, И.Т.Елизарьев, С.А.Крамсков, Н.В.Марочкин, Р.Н.Никонов, А.С.Обухов, В.В.Трофимов, Э.Р.Ураков, Р.Б.Ямалов, О.В. Яровиков һ.б. эшләй. Реклама фотографияһы өлкәһендә Ф.К.Абсаттаров, О.Л.Наумова, А.Г.Хәсәнов һ.б. ижад итә. “Объектив һәм тормош” (“Объектив и жизнь”), йәш рәссамдарҙың “Мин йәш” (“Я молодой”) респ. фотокүргәҙмәләре, Еңеү көнөнә арналған (“Ветерандар, ордендарығыҙҙы тағығыҙ” — “Ветераны, наденьте ордена”, “Еңеү салюты” — “Салют Победы”, “Был Еңеү көнө” — “Этот день Победы”, “Еңеү һалдаттары” — “Солдаты Победы” һ.б. документаль һәм художестволы фотографиялар), “Ҡатын‑ҡыҙ ҡарашы” (“Женский взгляд”), “Яңы исемдәр” (“Новые имена”), “Башҡортостанда һунар һәм тәбиғәт” (“Охота и природа Башкортостана”) күргәҙмәләре (бөтәһе лә — Өфө) үткәрелә.

2001 й. Өфөлә “Реклама донъяһы, полиграфия, китап салоны” (“Мир рекламы, полиграфия, книжный салон”) махсус фотокүргәҙмә сиктәрендә беренсе Төбәк реклама, китап графикаһы һәм полиграфия оҫталары конкурсы уҙғарыла. Республиканың ҡала һәм райондарында күсмә фотокүргәҙмәләр ойошторола: Килмәмәтовтың “Туймазы һәм туймазылар” (“Туймазы и туймазинцы”; Туймазы ҡ.), “Дүртөйлөләр” (“Дюртилинцы”; Дүртөйлө ҡ. һәм Дүртөйлө р‑ны; икеһе лә — 2005) һ.б. шәхси фотокүргәҙмәләре.

Респ. фоторәссамдары Рәсәйҙә һәм сит илдә үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнаша. Күргәҙмәләр ойошторола: “Объективта Европа” акцияһы сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһы” (Рим, Флоренция ҡҡ., 2002; “Республика Башкортостан”), “Башҡортостан Республикаһы” (2003; “Республика Башкортостан”), “Баден күле өҫтөндәге фажиғә” (“Трагедия над озером Баден”) һәм “Йөрәктән йөрәккә” (2004; “От сердца к сердцу”; икеһе лә — Люберленген, Оверленген ҡҡ.), “Башҡортостан” (“Башкортостан”), Килмәмәтовтың шәхси күргәҙмәһе (икеһе лә — Берлин, Страсбург; 2005), “Башҡортостан бөгөн” (Лион, Париж ҡҡ., 2005; “Башкортостан сегодня”) күргәҙмәләре, “Ерем минең — Башҡортостан” (С.‑Петербург, 2006; Истанбул ҡ., 2008; “Земля моя — Башкортостан”), “Башҡортостан” (Анкара, Ҡаһирә, Хургада ҡҡ., бөтәһе лә — 2010) документаль һәм художестволы фотографиялар күргәҙмәләре. Төркиәлә БР көндәре (Истанбул, 2006) сиктәрендә “Ерем минең—Башҡортостан” (һуңынан Астана, Ноябрьск ҡҡ. күрһәтелә), “Һабантуй” (“Сабантуй”), Килмәмәтовтың “Ҡояш балалары” (“Дети солнца”); Мәскәүҙә БР көндәре (2007) сиктәрендә “Башҡортостан минең йөрәгемдә” (“Башкортостан в сердце моём”); ЮНЕСКО‑ның штаб‑квартираһындағы БР‑ҙың халыҡ‑ара презентацияһында (Париж, 2008) “Башҡортостан — донъя таланттары иле” (“Башкортостан — родина мировых талантов”), “Башҡортостан — Урал ынйыһы” (“Башкортостан — жемчужина Урала”), “Башҡортостан бөгөн” (“Башкортостан сегодня”) һ.б. фотокүргәҙмәләре үткәрелә. 2007 й. “Башҡортостан — минең йөрәгем” (“Башкортостан — сердце моё”), “Башҡортостан — минең тыуған йортом” (“Башкортостан — мой отчий дом” икеһе лә — Килмәмәтов), “Быуаттарға һуҙылған дуҫлыҡта” (“В дружбе пережив века”; Ғәлиев, Марочкин), “Башҡортостан — үҫә барыусы төбәк” (“Башкортостан — край восходящего солнца”; А.В.Безруков, Р.Ф.Йосопов, Трофимов һ.б.) фотоальбомдары сығарыла. 2010 й. республикала Иран, Ҡаҙағстан, Сыуашстан, Татарстан, Төньяҡ Кипр, Төркиә, Тыва, Хакасия, Әзербайжан оҫталары ҡатнашлығында ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәр фоторәссамдарының 6‑сы Халыҡ‑ара ижади лаб. үткәрелә. Фоторәссамдарҙың “Башҡортостан. Тәбиғат. Кеше. Мәҙәниәт” (“Башкортостан. Природа. Человек. Культура”, 1990 й. алып үткәрелә) халыҡ‑ара акцияһы сиктәрендә респ. донъяһының 13 иленән, ш. уҡ Рәсәй төбәктәренән, 100‑ҙән ашыу фотограф булған. 2014 й. акция йәмәғәт бәйләнештәрен үҫтереү өлкәһендә “Көмөш йәйәсе” (“Серебряный лучник”; Мәскәү) Милли премия дипломына лайыҡ була.

Р.И.Килмәмәтов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: