Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОТОРӘССАМДАР СОЮЗЫ

Просмотров: 1660

ФОТОРӘССАМДАР СОЮЗЫ, БР‑ҙағы ижади берекмә. 1992 й. Өфөлә ойошторола. Төп маҡсаттары һәм бурыстары — БР‑ҙа фото сәнғәте үҫешенә, уның художество‑эстетик потенциалын, ижт. әһәмиәтлелеген күтәреүгә, Союз ағзаларының соц.-хоҡуҡи һәм проф. ҡыҙыҡһыныуҙарын яҡлауға булышлыҡ итеү. ФРС документаль һәм художестволы фотография конкурстары, фестивалдәр, тематик һәм персональ фотокүргәҙмәләр, ижади лабораториялар, семинарҙар ойоштора; халыҡ‑ара һәм бөтә Рәсәй фотопроекттарына ҡатнаша. ФРС структураһына Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡҡ. филиалдар инә. Юғары етәксе органы — йыйылыш (5 йылға 1 тапҡыр), башҡарма органы — идара. Составына 131 ағза инә (2009). Идара рәйестәре: Р.И.Килмәмәтов (1992 й. алып), Ф.Ҡ.Абсатаров (2003 й. алып), С.А. Миланов (2004 й. алып), А.Ю. Витковская (2005 й. алып), М.К. Суфиянов (2006 й. алып), Э.Р.Ураҡов (2007 й. алып).

Р.А.Нафиҡов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: