Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОТОРЕДУКЦИЯЛАУСЫ ПЛЁНКАЛАР

Просмотров: 919

ФОТОРЕДУКЦИЯЛАУСЫ ПЛЁНКАЛАР, УФ‑нурланышты инфраҡыҙылға әйләндереү өсөн люминофорлы полимер плёнкалар (ҡара: Полимерҙарға химикат‑өҫтәмәләр, Люминесценция). Фотосинтез тиҙлеге йәшел төҫкә төшөүсе яҡтылыҡ тулҡынының оҙонлоғона бәйле булғанға, әүерелгән нурланыштың өҫтәмә миҡдары (иң юғары эффект 600— 650 нм булғанда) үҫемлектәрҙең йәшәйеш процестарын (Эмерсон эффекты) көсәйтә. Ф.п. теплицалар, парниктар, оранжереялар ябыуҙа ҡулланыу а.х. культураларының уңдырышлығын уртаса 50%‑ҡа тиклем күтәрергә, уларҙың өлгөрөүен 1—2 аҙнаға тиҙләтергә, йылы юғалтыуҙы кәметергә, ‑5°С тиклем ҡырауҙарҙан һаҡларға мөмкинселек бирә. Башҡортостанда 1981—85 йй. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) РФА Алыҫ Көнсығыш бүлегенең Химия ин‑ты, РФА‑ның Н.С.Курнаков ис. Дөйөм һәм органик булмаған химия ин‑ты (Мәскәү) м‑н берлектә синтезлау стадияһында индерелгән металдар берләшмәһе м‑н тулыландырылған полимерҙар алыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Улар нигеҙендә буялған органик быяла, блоктар, термохромлы полимерҙар, полимерлы энергия үҙгәрткестәр һәм “Полисветан” тибындағы Ф.п. синтезлау технологиялары эшләнә (Э.М.Батталов, В.С.Колосницын, С.И. Кузнецов, Г.В.Леплянин, Ю.И.Муринов, Ю.Е.Никитин, В.А.Никонов, Ю.И. Пузин, С.Р.Рафиҡов); силикатлы быялаларға, поликарбонаттарға люминофорҙар индереү ысулдары тәҡдим ителә. Полиэтиленлы “Полисветан” Ф.п. алыу технологияһы 80‑се йй. аҙ. Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”), 90‑сы йй. башында “Авангард” пр‑тиеһында, 2000 йй. “Полисветан” ЯАЙ‑нда (Пущино ҡ.) индерелгән. 1986—91 йй. уларҙы һынау Болгария ФА‑ның Н.Пушкаров ис. Тупраҡ ғилеме ин‑тында (София ҡ.), РФА Тупраҡ ғилеме һәм фотосинтез ин‑тында (Пущино ҡ.), “Ильич иҫтәлеге” к‑здарында (Мәскәү өлк., Приморье крайы), “КрымЗеленСтрой” тресында (Ялта ҡ.), Биол. ин‑тында (Өфө ҡ.), Тау баҡсасылығы һәм сәскәселеге ҒТИ‑нда (Сочи ҡ.), Туймазы тәж. урман хужалығында (ҡара: Урман тәжрибә станцияһы) үткәрелә, үҫемлектәрҙең төрөнә һәм сортына бәйле уңыш биреүсәнлегенең 20—60%‑ҡа артыуы билдәләнә.

Ю.И.Муринов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: