Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРОЛОВ Александр Павлович

Просмотров: 1527

ФРОЛОВ Александр Павлович [27.9.1921, Тамбов губернаһы Заворонежское а. — 10.10.1994, Өфө ҡ., БР‑ҙың Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡасабаһында (хәҙер шул уҡ райондың Раевка а.) ерләнгән], лётчик, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чугуевск хәрби авиация училищеһын тамамлаған (1941). 1940 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. сентябренән Көньяҡ-Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 17‑се һауа армияһының 288‑се истребитель авиация дивизияһы 659‑сы истребитель авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары капитан Ф. 475 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. алып запаста. 1946—60 йй. Яңы Константиновка мәктәбе директоры, 1961—63 йй. Ҡыҙыл совхозының партком секретары, 1965—85 йй. Казанка урта мәктәбе директоры (бөтәһе лә — Әлшәй районы). Ленин (1965), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944, 1944), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985) ордендары менән бүләкләнгән. Раевка а. Ф. исеме менән урам аталған, уға һәйкәл, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, Казанка а. мәктәп бинаһына иҫтәлекле таҡта ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.11.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: