Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФТОРЛЫ ПОЛИМЕРҘАР

Просмотров: 925

ФТОРЛЫ ПОЛИМЕРҘАР, макромолекулаларында фтор атомы булған полимерҙар. Төп сылбыр составы б‑са карбо‑ (винил‑, винилиденфторид, тетрафторэтилен, трифторхлорэтилендың гомо‑ һәм сополимерҙары) һәм гетеро‑сылбырлы (фторолефиндар окистарының гомо‑ һәм сополимерҙары, фторолефиндарҙың кислород м‑н сополимерҙары), элементорганик (политрифторметилсилоксан) полимерҙар айырыла. Ф.п. нигеҙендәге материалдар фторопластарға (винил‑, винилиденфторидтың, тетрафторэтилендың, трифторхлорэтилендың ҡаты полимерҙары, тетрафторэтилендың этилен, гексафторпропилен, фторвинил эфирҙар м‑н ҡайһы бер сополимерҙары), фторкаучуктарға (винилиденфторидтың трифторхлорэтилен, гексафторпропилен, перфторметилвинил эфиры м‑н сополимерҙары), фторопластлы лактар һәм эмалдәргә (фторолефиндарҙың иреүсе түбән молекуляр сополимерҙары нигеҙендә), фторлы сүстәргә (политетрафторэтилен) бүленә. Химик тәьҫирҙәргә, радиацияға, коррозияға, йылытыуға, атмосфера шарттарына тотороҡлоғо юғары, ныҡ, ышҡылыу коэф. түбән, пар һәм газ үткәреүсән, янмай йәки тоҡанып киткәс үҙенән‑үҙе һүнеүсән. Төп етешһеҙлектәре: ҡаты полимерҙарҙың һыуыҡта юғары ағыусанлығы, тарҡалғанда һәм янғанда ағыулы продукттар бүлеп сығарыуы. Органик эреткестәрҙә насар эрейҙәр йәки бөтөнләй эремәйҙәр; политрифторхлорэтилен мезитиленда, 2,5‑дихлорбензотрифторидта, поливинилиденфторид — кетондарҙа, диметилформамидта, диметилсульфоксидта эрей; тетрафторэтилендың винилиденфторид м‑н сополимеры — кетондарҙа, ҡатмарлы эфирҙарҙа эреүсән. Органик йәки һыулы мөхиттә инициаторҙар булғанда радикаллы полимерлашыу, сополимеризация, ҡайһы берҙә газ фазаһында ионлаштырыусы һәм УФ‑нурланыш тәьҫирендә алына. Пасталар, онтаҡтар, гранулалар, эретмәләр, һыу суспензиялары һ.б. сифатында сығарыла. Ф.п. полимер плёнкалар, химик сүстәр, лак һәм лак‑буяу материалдары, торбалар, шлангылар, сымдар һәм кабелдәр өсөн изоляциялар, контейнерҙар, химия реакторҙары, йылы алмаштырғыстар, химик һауыт‑һаба, протездар, мембраналар, металл пластиктар һ.б. етештерелә (ҡара: Полимерҙар эшкәртеү); Ф.п. эретмәләре м‑н туҡымаларҙы мансыйҙар. Мол. м. 20 меңгә тиклем булған Ф.п. — ҡоро майҙар, антифрикция материалдары компоненттары, пластик массалар һәм каучуктар тултырғыстары. Башҡортостанда фторопластан авиация һәм ракета‑йыһан техникаһы өсөн эсәктәр (Өфө агрегат производство берекмәһе), аэройыһан, атом, химия, суднолар төҙөү сәнәғәте өсөн һығылмалы үткәргес торбалар (“Гидравлика”), күсәрҙәр, пластиналар, втулкалар (“ПромПолимер” ЯСЙ); фторкаучук нигеҙендәге Р‑11, Р‑12 резина ҡатышмаларынан (“РТП” ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ), СКФ‑6 фторкаучук нигеҙендәге резиналарҙан (“Ксилон” ЯСЙ; бөтәһе лә — Өфө) нефть эшкәртеү, химия, аҙыҡ‑түлек, машиналар эшләү сәнәғәте, металлургия өсөн тығыҙлағыс мембраналар, ҡулсалар һ.б. сығарыла.

С.В.Колесов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: