Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФТОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

Просмотров: 986

ФТОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаларында С—F бәйләнеше булған органик берләшмәләр. Тәбиғәттә африка ҡыуаҡтарында (фторолеин к‑таһы) осрай. Фтор атомдары һаны б‑са моно‑, поли‑ һәм перфторлы; ҡатлы бәйләнеше б‑са — туйындырылған (ағыулы түгел), туйындырылмаған (ныҡ ағыулы) берләшмәләр айырыла. Органик берләшмәләрҙең бөтә кластарының фторлы сығарылмалары бар. Ф.б. молекулаларында фтор атомдарының һаны артыуы ҡайнау һәм иреү т‑раһын үҙгәртмәй, химик һәм термототороҡлоғон арттыра, к‑та үҙенсәлектәрен, икеләтә бәйләнештең полярлығын һ.б. үҙгәртә. Перфторланған алкандар, трет-аминдар, спирттар, эфирҙар химик яҡтан инерт, йылыға тотороҡло; беренсел һәм икенсел (фторлы углерод атомы м‑н бәйле гидроксил төркөмлө) спирттар тотороҡһоҙ; перфторэпоксидтарҙың реакцияларға һәләтлеге юғары. Туйындырылмаған Ф.б., фторланған карбониллы берләшмәләр, спирттар, аминдар, аммиак м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешә. Перфторалкандар химик яҡтан инерт һәм йылыға тотороҡло, аммиакта натрий м‑н генә үҙ‑ара тәьҫир итешә, юғары т‑рала һелтеле металдар тәьҫирендә тарҡала. Туйындырылмағандары полимерлашыу, циклоҡушылыу реакцияларына һәләтле. Өлөшләтә фторланған карбониллы берләшмәләр эске комплекслы, пентафторбензол — магнийорганик, фторланған спирттар — комплекслы берләшмәләр барлыҡҡа килтерә; поляр полимерҙарҙы иретә. Ароматик ядрола фтор атомы алмашсыны пара‑, перфторалкил төркөмдәр — мета‑урынға йүнәлтә. Күпселек өлөшләтә фторланған органик берләшмәләр физиол. яҡтан актив. Водород (фтор, кобальт, терегөмөш фторидтары м‑н үҙ‑ара тәьҫир итештереп), галоген (фтороводород, калий, һөрмә фторидтары һ.б.) атомдарының урынын алмаштырыу; ҡатлы бәйләнештәргә фтор, фторлы водородты, башҡа органик булмаған фторидтарҙы ҡушыу; альдегид, кетондарҙы көкөрт тетрафториды м‑н үҙ‑ара тәьҫир итештереү юлы м‑н алына. Майлау, антифрикцион, изоляциялау, һыу‑майҙан һаҡлаусы материалдар; туйындырылған алифатик Ф.б. — хладон, фторхинолиндар — антибиотиктар; перфтордекалиндың һыуҙағы эмульсияһы — ҡанды алмаштырыусы итеп; 5‑фторурацил ракты хемотерапия ярҙамында дауалауҙа ҡулланыла. Дифлубензурон төләү гормонын тотҡарлай. Ф.б. нигеҙендә гербицидтар, инсектицидтар, синтетик буяуҙар; карбон к‑талары фторангидридтары, сульфокислоталар һәм гексафторэтилендың олигомерҙары нигеҙендә — өҫкө йөҙҙә актив матдәләр алына. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) фторхинолон рәтендәге модификацияланған антибиотиктар синтезлау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (У.М.Джемилев, Г.А.Толстиков), бал ҡорттарын бактериоздан дауалау өсөн апифлоцидтың дарыу формаһы эшләнә (И.Б.Абдрахманов, А.Р.Ғимаҙиева, Ә.Ғ.Мостафин), фторлы пиретроидтар — цигалотрин, цифлутрин, фенфлутрин (Ф.З.Ғәлин), дифлубензурон, фторлы ювеноидтар, феромондарҙың фторланған аналогтары (Ғ.Й.Ишморатов, О.С.Куковинец, В.Н.Одиноков, В.Р.Әхмәтова) синтезлана. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында экдистероидтарҙың трифторметиллы аналогтары (Одиноков, Р.Г.Савченко) синтезлана. Шулай уҡ ҡара: Фторлы полимерҙар.

Әҙәб.: Ш е п п а р д У., Ш а р т с К. Органическая химия фтора. М., 1972; Реакционная способность полифторароматических соединений. Новосибирск, 1983; Ф у р и н Г.Г., Ю м а т о в В.Д. Новое в химии полифторароматических соединений. Новосибирск, 2006.

В.Н.Одиноков

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019