Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФУЗАРИУМ

Просмотров: 719

ФУЗАРИУМ (Fusarium), дейтеромицеттар класына ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда 10‑дан ашыу төрө бар. Мицелийҙары төклө, аҡ, аҡһыл, алһыу миләүшә йәки һоро төҫтә; айырым төрҙәрҙә хламидоспоралар (гифтарҙың ҡалын тышсалы бер күҙәнәкле өлөштәре) барлыҡҡа килтерә. Макроконидиялары бер нисә күҙәнәктән тора, орсоҡ, ураҡ формаһында, микроконидиялары бер күҙәнәкле, 1—2 бүлкәле, овал, йомортҡа, эллипс, һирәгерәк груша, шар формаһында һ.б. Конидия туплағыстары ҡыҫҡа, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, конидиоген күҙәнәктәрҙең суҡтары м‑н, яңғыҙар йәки мендәр булып (спородохиялар) берләшкән. Вегетатив юл һәм конидиялар ярҙамында (һыу, бөжәктәр, һауа ағымы ярҙамында таратыла) үрсей. Тупраҡта, үҫемлектәрҙә һәм уларҙың ҡалдыҡтарында мицелий, хламидоспоралар (муҡсалы стадияһы булғанда — перитециялар) рәүешендә һаҡлана. Үҫемлектәрҙә паразит булып йәшәгән төрҙәре (ҡыяҡлылар Ф., картуф Ф., осло споралы Ф. һ.б.) тамырҙарҙы, орлоҡтарҙы, емештәрҙе серетә, ш. уҡ фузариоз һулыуҙы тыуҙыра. Ф. күп төрҙәре — сапротрофтар; матдәләр алмашыныуында, тупраҡ яһалыу процесында ҡатнаша, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең ризосфераһы компоненттары, антибиотиктар, токсиндар, фитогормондар барлыҡҡа килтерә. Ф. ҡайһы бер төрҙәре торон бәшмәктәрҙә, тут бәшмәктәрендә үҫешә; бөжәктәрҙә паразит булып йәшәй, ш. уҡ кеше һәм йылы ҡанлы хайуандарҙың дерматиттарын, микоздарын, токсикоздарын тыуҙыра.

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019