Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕРМАТИТТАР

Просмотров: 1085

ДЕРМАТИТТАР (гр. derma — тире), механик, физик, химик һәм биол. сығышлы ҡуҙғытҡыстар тәьҫире арҡаһында тире шешеү ауырыуҙары. Ябай (ҡуҙғытҡыс агенттарҙың билдәле бер көсө һәм оҙайлы тәьҫирен- дә һәр кешелә барлыҡҡа килә) һәм аллергик (ҡуҙғытҡыстарға һиҙеүсәнлеге юғары булған кешеләрҙә); тәьҫир иткән ҡуҙғытҡысҡа бәйле — актиник, травматик, ш. уҡ химик матдәләр (ш. иҫ. медикаментоз) һәм үҫемлектәр тыуҙырған Д. айырыла. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Киҫкен (контакт) Д. төп симптомдары: тәьҫир итеү урынында әрнеү, шешенеү, сиктәре күренеп торған ҡыҙарыу, ҡайһы берҙә тирелә ҡыуыҡсалар барлыҡҡа килеү; хроник (нейродермиттар): тиренең ҡысыуы, ҡауаҡланыуы һәм инфильтрацияһы, ҡайһы берҙә ярылыуы, төҫө үҙгәреүе. Диагностика клиник һәм лаб. тикшереү, тире аша һынау мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау медикаментоз (гипосенсибилизация, дөйөм нығындырыусы, шешеүгә ҡаршы препараттар, дауа майҙары һ.б.), физиотерапевтик (УФ‑нурланыш, электрофорез һ.б.), бальнеотерапия. Шифахана‑курорт учреждениеларында дауаланыу тәҡдим ителә. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: пиодермия, экзема һ.б. Иҫкәртеү: Д. үҫешенә булышлыҡ итеүсе факторҙарҙы булдырмау, сәнәғәт пр‑тиелары эшселәрен диспансерлаштырыу, тирене һаҡлаған сараларҙы ҡулланыу. Башҡортостанда 100 мең кешегә 2006 й. — 412,1; 2008 — 379,0; 2010 й. 300,2 нейродермит м‑н ауырыған өлкән кеше теркәлгән; контакт Д. м‑н: 2006 й. — 1108,9; 2008 — 1507,4; 2010 — 1361,4. Тире‑венерология диспансерында 20 б. 30—40‑сы йй. Д. диагностикалау һәм дауалау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә (С.М.Трайнин), 40—50‑се йй. киҫкен пек Д. патогенезы өйрәнелә һәм уны диагностикалау ысулдары камиллаштырыла (М.М.Кузнец), ҡыуыҡлы Д. терапияһының яңы ысулдары тәҡдим ителә (А.И.Картамышев), 50—60‑сы йй. Д. эпидемиологияһы өйрәнелә (Е.А.Медведева). Медицина университетында 70—90‑сы йй. нефть, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте эшселәренең эпоксид ыҫмалалары һәм эшкәртелгән нефть продукттары м‑н контакты булғанда Д. иҫкәртеү саралары эшләнә (Л.И.Бикбулатова, М.М.Ғафаров, Э.А.Ҡапҡаев, А.К.Монкевич, И.Е.Фельдман һ.б.), 90‑сы йй. алып аллергик контакт Д. диагностикалау һәм дауалауҙың яңы ысулдарын эшләү б‑са эш алып барыла (Ғафаров, Ә.Ә.Ҡормаева, З.Р.Хисмәтуллина). Шулай уҡ ҡара: Дерматовенерология, Тире ауырыуҙары.

М.М.Ғафаров, Т.М.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: