ХАФИЗОВ Айрат Рим улы
ХАФИЗОВ Айрат Рим улы (5.1.1957, БАССР-ҙың Илеш р-ны Үрге Маншыр а.), тау инженеры. Техник ф. д-ры (1998), проф. (1999). РФ-тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм-ре (1998). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй: 1999 й. алып тау-нефть ф-ты деканы, 2016 й. — нефть һәм газ скважиналарын быраулау каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге нефтте, нефть газын һәм тәбиғи газды йыйыу, әҙерләү һәм күсереү процестарын оптималләштереүгә һ.б. арналған. Х. тарафынан күп компонентлы ҡатышманы айырыу, газ конденсатын меркаптандарҙан таҙартыу ысулдары эшләнә, тәбиғи газды абсорбцион киптереү процесы һ.б. камиллаштырыла. Асыштары БР-ҙың һәм РФ-тың нефть һәм газ сығарыу пр-тиеларында индерелгән. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы. Башҡортостан комсомолы пр. лауреаты (1989).
Хеҙм.: Утилизация отработанных масел. Уфа, 1996 (авторҙ.); Экологические проблемы нефтяной промышленности. Уфа, 2005 (авторҙ.); Сбор, подготовка и хранение нефти и газа. Технологии и оборудование. Уфа, 2007 (авторҙ.).
Р.Ә.Исмаҡов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов