Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫРАУЛАУ

Просмотров: 1486

БЫРАУЛАУ, файҙалы ҡаҙылмаларҙың геол. төҙөлөшөн өйрәнеү, уларҙы эҙләү, разведкалау, сығарыу, инженер-геол. эҙләнеүҙәр һ.б. өсөн ер ҡабығында цилиндр формаһындағы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу урынын (шпур, һирәгерәк шурф, шахта үҙәге, быраулау скважиналары) төҙөү процесы. Тау тоҡомона тәьҫир итеү характеры б‑са Б. механик һәм механик булмаған ысулдары айырыла. Механик ысул төп ысул һанала һәм әйләнмәле (роторлы, турбиналы, электробур ҡулланып Б.) һәм ҡаҡмалыға (ҡаҡмалы‑боролошло, ҡаҡмалы‑әйләнмәле, әйләнмәле‑ҡаҡмалы һ.б.) бүленә. Механик булмаған ысулдар термик (ут ағынтылы, плазма, лазер), шартлаулы, гидравлик һ.б. ысулдарға айырып йөрөтөлә.

19 б. 60‑сы йй. башында Бөгөлмә өйәҙенең Надир улусы ерҙәрендә 20—75 м тәрәнлектәге бер нисә скважина быраулана. 19 б. аҙ. — 20 б. башында нефть эҙләү Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ишембай, Көҫәпҡол һәм Түбәнге Бурансы аа. эргәһендә алып барыла (10—98 м тәрәнлектәге 10‑дан ашыу скважина). 1918—21 йй. Ишембай тирәһендә быраулау эштәрен Өфө ХХС‑ының тау бүлеге алып бара (8— 57 м тәрәнлектәге 15 скважина). 1931 й. был тирәлә экспедиция (А.А.Блохин етәкс.) тәүге тәрән разведка скважиналарын һала (ҡара: Ишембай нефть ятҡылығы). Скважиналар, башлыса пар двигателдәре һәм ике ҡалаҡлы бырауҙар ҡулланып, роторлы ысул м‑н быраулана, Б. тиҙлеге айына 100— 200 м/станок артмай. 30‑сы йй. уртаһында ғалимдар Б. теоретик нигеҙҙәрен эшләй башлай (А.Я.Виссарионова, Ҡ.Р.Тимерғәзин, А.А.Трофимук, Д.Ф.Шамов). 40—50‑се йй. нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү, респ. яйлалы өлөшөнөң геол. төҙөлөшөн иҫәпкә алып, Б. технологияһын һәм техникаһын эшләү зарурлығын тыуҙыра. Б. өлкәһендәге яңы технологиялар Туймазы нефть ятҡылығында һынала. 40‑сы йй. аҙағынан респ. нефть ятҡылыҡтарында илдә киң ҡулланылыш алған электр ярҙамында быраулауҙың камиллаштырылған технологияһы индерелә башлай. 50‑се йй. башында бырауланған тау тоҡомдарының физик-механик үҙенсәлектәрен тикшереү нигеҙендә респ. төп нефть ятҡылыҡтарында Б. өсөн шарошкалы бырауҙарҙың типтары һәм формаһы һайлана; быраулы турбиналарҙың забойлы характеристикалары мәғлүмәттәре б‑са турбиналы Б. иң ҡулай режимы эшләнә; техник һыу ҡулланып, турбиналы һәм роторлы Б. тиҙләтелгән режимы индерелә (Н.Х.Боғҙанов, М.Ғ.Дәүләтбаев, А.Ф.Замятина); йыуҙырыу шыйыҡсаһының һеңеүен бөтөрөү ысулдары эшләнә, скважиналарҙы ҡатнаш цементлау технологияһы үҙләштерелә. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда “Уфимец” күсмә быраулау ҡулайламаһы проектланғандан һуң (В.Н.Комаров, С.И.Кувыкин, А.А.Сергеев), бәләкәй диам. тәрән скважиналарҙы (2000 м) Б. технологияһы индерелә. 50—60‑сы йй. респ. 700‑ҙән ашыу бәләкәй диам. скважина быраулана, 30‑ҙан ашыу нефть һәм газ ятҡылығы, ш. иҫ. Арлан нефть ятҡылығы, асыла. Бәләбәй геол. эҙләнеү контораһында шарошкалы быраулы турбина бырауҙарының үҙәк йыуҙырыу ҡоролмалары һынап ҡарала, уларҙы ҡулланыу ҡаҙыуҙың уртаса тиҙлеген бер бырауға 1,5—2 тапҡырға, ҡаҙыуҙың механик тиҙлеген 1,4—1,6 тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирә. 50‑се йй. аҙ. илдә тәүге тапҡыр бер бырауҙың ҡаҙыу тиҙлеген 10—50 тапҡырға арттырырға мөмкинлек биргән Бөтә Союз разведка техникаһы ҒТИ (Ленинград) һәм Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләнгән “Уфимец” колонкалы алмас бырауҙарына промысла һынауҙары үткәрелә. Тоташ һәм колонкалы Б. өсөн яҡут алмастары нигеҙендә бырау конструкциялары уйлап табыла (П.С.Баландин, Ә.Ғ.Бейешев, Н.Ф.Ҡаһарманов), бырауланыусы тоҡомдарҙың механик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, бырауҙарҙың төрлө типтарын ҡулланыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 60‑сы йй. башында Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда (Р.А.Байков, Р.М.Мәмбәтов, Ш.Х.Хәмзин) керн сығарыуҙы 80—100%‑ҡа тиклем тәьмин иткән колонкалы инструменттар эшләнә, силикат, эзбиз һәм аҡбур эретмәләрен ҡулланып, тәрән скважиналарҙы (5000 м ашыу) Б. технологияһы индерелә; ҡатмарлы таулы геол. шарттарҙа Б. мөмкинлеге биргән юғары ингибиторлау үҙенсәлекле быраулау эретмәләре һынала; нефть нигеҙендәге быраулау эретмәләре, быраулау эретмәләренең үҙенсәлектәрен көйләүсе полимер эретмәләр һәм химик реагенттар һынап ҡарала (Б.А.Андресон, Ә.У.Шәрипов); илдә тәүге тапҡыр продуктив ҡатламдарҙы Б. һәм асыу өсөн өҫкө йөҙҙә актив матдәләр ҡулланыла [төрлө йүнәлештәге 40‑тан ашыу тәрән скважина, ш. иҫ. респ. иң тәрән скважина (5600 м), быраулана]. 70‑се йй. еңеләйгән һауалы шыйыҡсалар һәм күбекле системалар ҡулланып Б. технологияһы үҫеш ала. Был алым бырауҙың эш күрһәткесен күтәрергә, йотоусы зоналарҙы ыңғай үтергә, скважинаны проекттағы тәрәнлеккә тиклем еткерергә һәм дебитты 3—5 тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирә. “Башнефть” ПБ‑нда тәүге тапҡыр Б. ысулын, бырауланған тоҡомдарҙың физик-механик үҙенсәлектәрен, быраулау колоннаһының конструкцияһын һ.б. факторҙарҙы иҫәпкә алып, ауырлаштырылған быраулау торбаларының оҙонлоғон һайлап алыу методикаһы эшләнә һәм файҙаланыла; бер бырауҙың ҡаҙыуын 53—74%‑ҡа, Б. механик тиҙлеген 60—112%‑ҡа арттырырға мөмкинлек биргән быраулау ҡорамалының түбәнге өлөшөнөң вибрацияға ҡаршы компоновкаһы һынала һәм индерелә; быраулау торбаларының файҙаланыу ресурстарын прогнозлауҙы тәьмин итеүсе быраулау ҡорамалының ныҡлығын иҫәпләү методикаһы уйлап табыла. “БашНИПИнефть” эшләп сығарған Б. һәм скважинаны тамамлау комплекслы технологияһы Калининград, Ырымбур өлк., Красноярск крайында һәм Ҡаҙағстанда индерелә. Һөҙәк йүнәлештә скважиналарҙы Б. технологияһын камиллаштырыу м‑н, скважиналар төҙөүҙе һәм йыһазландырыуҙы индустриаль нигеҙгә күсерергә мөмкинлек биргән кустарь алым ҡулланыла башлай (Н.М.Ризуанов етәкс.). 80‑се йй. Б. технологияһының үҫеше түбән дебитлы, һыу үткән һәм эштән сыҡҡан скважиналарҙан ситтәге үҙәктәрҙе, горизонталь һәм күп забойлы скважиналарҙы Б. юлы м‑н ҡалдыҡ нефтте сығарыу ысулдарын эҙләүгә бәйле. Башҡортостандың нефть ятҡылыҡтары өсөн ситтәге үҙәктәрҙе Б. бер нисә ысулы эшләнгән, уларҙы үткәреү өсөн центраторҙарҙың алмас һәм ауыр эретмә ҡоралдарын әҙерләү техноло‑ияһы индерелә, үҙәктәрҙең траекторияһын күҙаллау, төҙәтеү һәм контролдә тотоу өсөн компьютер программаһы төҙөлә, Б. һәр бер стадияһында быраулау эретмәһенең кәрәкле тығыҙлығын иҫәпләү методикаһы эшләнә. 80‑се йй. аҙ. илдә тәүге тапҡыр эксплуатация торбаларында тәҙрә уйып һәм эксплуатация колонналарын тотош фрезер м‑н эшкәртеп ҡабырғалағы үҙәктәрҙе Б. тормошҡа ашырыла (Р.М.Ғиләжев, Р.Х.Йомашев, В.Х.Сәмиғуллин). Беренсе ситтәге үҙәкте Б. Серафимовка нефть ятҡылығында үткәрелә, 2001 й. ҡарата ситтәге үҙәктәр һәм горизонталь скважиналар бөтә ҙур нефть ятҡылыҡтарында быраулана. “БашНИПИнефть” эшләп сығарған горизонталь скважиналарҙы Б. технологияһы Иркутск өлк., Пермь крайы, Татарстан, Удмуртия, Яҡутия, Ҡаҙағстан, Эстонияла ҡулланыла. Горизонталь Б. алымы тәбиғи тотҡарлыҡтар аҫтындағы үткәүел һәм һыу аҫты үткәүеле төҙөлөштәрендә киң файҙаланыла. 20 б. 90‑сы йй. алып Ишембай ятҡылығындағы һыу үткән һәм юҡҡа сыҡҡан скважиналарҙа күп забойлы Б. башлана. Б. өлкәһендәге төп саралар, ситтәге үҙәктәрҙе быраулап, иҫке скважиналарҙы тергеҙеүгә, уларҙы үткәреү технологияһын камиллаштырыуға һәм Б. эштәренең үҙҡиммәтен кәметеүгә йүнәлтелгән.

Ҡаты файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләү һәм разведкалауҙа колонкалы Б. төп ысул булып тора. 80‑се йй. “Башкиргеология” ААЙ‑нда файҙалы ҡаҙылмалар запасын иҫәпләгәндә, мәғдән есемдәре ҡалынлығын билдәләү өсөн, күп забойлы Б. үҙләштерелә һәм һөҙәк йүнәлештә Б. камиллаштырыла, алынмалы керн алғыстары булған ҡорамал м‑н Б. технологияһы индерелә.

Әҙәб.: Бурение нефтяных и газовых скважин малого диаметра. М., 1967; Новое в бурении и добыче нефти на промыслах Башкирии. Уфа, 1997.

М.Д.Вәлиев, М.Ғәүләтбаев, В.В.Розов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.05.2023