Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЗАР ҠАҒАНАТЫ

Просмотров: 1940

ХАЗАР ҠАҒАНАТЫ, 7 б. уртаһында — 10 б. аҙағында төньяҡта Волга, Дон йй. урта ағымынан һәм Төньяҡ Донец й. үрге ағымынан алып көньяҡта Көньяҡ Кавказға тиклем, көнсығышта Каспий диңгеҙенән алып көнбайышта Ҡара диңгеҙгә һәм Көньяҡ Буг й. түбәнге ағымына тиклем территорияны үҙ эсенә алған дәүләт. Көнбайыш Төрки ҡағанаты тарҡалғандан һуң хазар ҡәбиләләре тарафынан төҙөлә. Баш ҡалаһы — Семендер, 8 б. башынан Итиль. Дәүләт башында тәүҙә Ашин төрки ырыуынан булған ҡаған (хан) торған. Дәүләт дине 8 б. 30‑сы йй. — ислам, 8 б. аҙағында — 9 б. башында иудаизм булған. Хужалыҡтың төп тармаҡтары — күсмә малсылыҡ, сауҙа, баҡсасылыҡ. 8 б. башында Көнсығыш Европаның байтаҡ өлөшө Х.ҡ. буйһона. Ғәрәп хәлифәлеге, Киев дәүләте һ.б. менән һуғыш алып барған. Фарсы ғалимы Гардизи мәғлүмәттәре буйынса, башҡорттар ҡағанаттың төньяҡ‑көнсығыш өлөшөнә ингән, башҡорт ҡәбиләләренең башлығы Башгирд “хазарҙарҙың иң юғары дәрәжәлеләренән” булған, үҙ ғәскәре менән хазар хәрби походтарында ҡатнашҡан. Үҙ‑ара ыҙғыш һәм күрше дәүләттәр менән һуғыш 10 б. аҙағында Х.ҡ. юҡҡа сығыуына килтерә.

 Әҙәб.: П л е т н е в а С.А. Хазары. М., 1976.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.09.2023
Связанные статьи: