Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЗИӘХМӘТОВ Фаил Сабирйән улы

Просмотров: 1211

ХӘЗИӘХМӘТОВ Фаил Сабирйән улы (14.11.1956, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Үрмәт а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2006), проф. (2007). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ (өҙөклөктәр м‑н) эшләй: 2006 й. алып хайуандарҙы ашатыу һәм физиология каф. мөдире, 2010 й. — биол.‑технология ф‑ты, 2012—16 йй. Биотехнологиялар һәм ветеринария ф‑ты деканы. 1995 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр палатаһындағы бүлектә баш белгес, 1997—2000 йй. Өфө хакимиәтендә; 2002—04 йй. БНИИСХ‑ның «“Алтын Баҫыу” Сауҙа Йорто» ЯСЙ дир., дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. малдары рационында аҡһымға бай мал аҙыҡтарын файҙаланыу юлы м‑н малсылыҡтың тулы ҡиммәтле мал аҙағы базаһын булдырыу б‑са тикшеренеүҙәргә арналған. Х. ҡатнашлығында юғары продуктлы һөт малдарын ашатыу системаһы эшләнә. 420‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Интенсификация производства свинины при использовании нетрадиционных кормов и добавок. Уфа, 2006; Рациональное кормление животных. 2-е изд. СПб., 2017 (авторҙ.); Практическое собаководство. 4-е изд., стереотипное. СПб., 2018 (авторҙ.).

 

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.11.2019
Связанные статьи: