Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗООТЕХНИЯ

Просмотров: 1354

ЗООТЕХНИЯ (зоо... һәм гр. téchnе — сәнғәт, оҫталыҡ), а.х. малдарын үрсетеү, ашатыу, аҫрау һәм файҙаланыу т‑дағы фән; малсылыҡтың теоретик нигеҙе. Дөйөм (ауыл хужалығы малдарын үрсетеү, ауыл хужалығы малдарын ашатыу, малдарҙы аҫрау бүлектәренән тора) һәм айырым (ҡара: Йылҡысылыҡ, Һарыҡсылыҡ, Ҡошсолоҡ, Сусҡасылыҡ, Малсылыҡ һ.б.) З. бүленә. Башҡортостанда З. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. БАХИ‑ның зоотехния каф. һәм зона малсылыҡ тәжрибә ст. ойошторолғандан һуң башлана. Һыйыр малының бөтә тоҡом ресурстары (таҙа тоҡомло һәм ҡатнаш тоҡомло малдар, урындағы малдар), малдарҙың урындағы популяцияларын таҙа бестужев тоҡомло, симменталь тоҡомло һәм шортгорн тоҡомло мал м‑н күпләп ҡасырыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә (И.Г.Азаров, М.Ф.Гордиенко, Н.Г.Сорока, Г.А.Суворова, Х.Р.Солтанаев). 40—50‑се йй. төрлө а.х. малдары өсөн тоҡомсолоҡ эштәрен алып барыу системаһы эшләнә (В.В.Артемьев, П.Д. Буслаев, А.К.Ермолаев, И.А.Сайгин, И.Л.Силин, Сорока, Солтанаев). Бестужев һәм симменталь тоҡомло һыйыр малының тоҡом эсендәге 3 төрө асыҡлана (һөт‑ит йүнәлешле малдар өҫтөнлөк итә). 70—90‑сы йй. ҡара‑сыбар тоҡомло һыйыр малының кәүҙә төҙөлөшө төрҙәре өйрәнелә, 8 төрө асыҡлана, уларҙың 3‑өһө айырыуса йыш осрай: тар тупаҫ тығыҙ, киң кәүҙәле йомшаҡ кәүшәк, тар кәүҙәле йомшаҡ тығыҙ (С.Ғ.Исламова, Ф.А.Каспранов, Н.Г.Ҡотлин, З.Я.Малиновская, Н.Г.Фенченко, Л.Ю.Яковлева). 80‑се йй. Дюрок тоҡомло сусҡаларҙы өҙлөкһөҙ үрсетеү системаһы эшләнә, ул респ. эре сусҡасылыҡ комплекстарында индерелгән (А.В.Близнецов, А.А.Седых). 1985—86 йй. БНИПТИЖиК ғалимдары тарафынан быҙауҙарҙы айырым секцияларҙа үҫтереүҙең (Р.Р.Ибраһимов, Ф.Ә.Исламов, Р.С.Йәнекәев, Р.Н.Сәмиғуллин), башҡорт атын үрсетеүҙең (М.Ә.Лоҡманов, В.С.Мөрсәлимов, Б.Х.Сатыев, И.Ә.Әхәтова) һөҙөмтәле технологиялары эшләнә. 1990 й. бер бейәнән уртаса һауым 2300 кг булған “Ирендыкский” махсуслашҡан һөт бирә торған завод төрө сығарыла. 50—80‑се йй. төп мал аҙығы төрҙәренең химик составы тикшерелә, һалам, тәбиғи, химик һәм биол. консерванттар ҡушылған силос әҙерләү технологиялары эшләнә, төрлө а.х. малдарында аҙыҡтың эшкәртелеүе, минерал, аҡһым һәм май алмашыныуы өйрәнелә (И.Л.Аллабирҙин, Близнецов, Р.С.Ғиззәтуллин, П.Я.Гущин, М.Ғ.Маликова, П.Д.Пшеничный, Ғ.Р.Сәғәҙәтов, Р.Н.Уйылданов, Т.Ә.Фәритов, Фенченко, Ф.С.Хәзиәхмәтов). 1991 й. алып “Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ з‑дында өйрәктәр м‑н селекцион‑тоҡом эштәре алып барыла. 1998 й. башлап “Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ з‑дында пекин тоҡомло өйрәктәрҙең юғары үрсемле ике линиялы кросы, 2001 й. өйрәктәрҙең башкирские цветные тоҡомо сығарыла. 2003 й. алып ҡаҙҙарҙың продуктив сифаттарын камиллаштырыу һәм яңы тоҡомон сығарыу б‑са эш алып барыла (Т.Ф.Сәйетбатталов, А.Р.Фәррәхов, Е.И.Шевченко). 1930 й. Башҡ‑н умартасылыҡ зона тәжрибә ст. (ҡара: Умартасылыҡ станцияһы) ойошторолғандан һуң респ. умартасылыҡ алып барыуҙың фәнни нигеҙләнгән системаһы эшләнә башлай. 30‑сы йй. бал ҡорто ғаиләләренең бал биреүен арттырыу (А.М.Ковалёв, Г.К.Костарев, Х.А.Татуков, В.К.Турсуков), 1957—75 йй. бал ҡорттарының урындағы популяцияһын һөҙөмтәле ҡулланыу (Е.М.Петров, Татуков, Г.И.Чиглинцев, Д.Т.Шакиров), 1980—90 йй. бал ҡорто ғаиләләрен тәрбиәләү, умарталыҡтарҙы ойоштороу технологияларын камиллаштырыу (М.М.Аҡсурин, В.Н.Власов, Р.А.Зарипов) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Башҡорт бал ҡортон комплекслы тикшереү БДАУ‑ҙа (М.Ғ.Ғиниәтуллин, Ә.Ғ.Маннапов, Шакиров), Башҡ‑н умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәгендә (Ә.М.Ишемғолов, И.В.Шафиҡов), Шүлгәнташ ҡурсаулығында (М.Н. Косарев, Чиглинцев) һ.б. алып барыла.

Әҙәб.: Фенченко Н.Г., Кутлин Н.Г., Швынденков В.А. Резервы увеличения производства и улучшения качества говядины. Уфа, 1999; Сатыев Б.Х., Махмутов К.З., Самохвалов В.И. Коневодство Башкортостана. Уфа, 2001; Близнецов А.В. Производство свинины при интенсификации отрасли в условиях Южного Урала. М., 2002.

Р.С.Ғиззәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019