Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЗИӘХМӘТОВ Шамил Сафуан улы

Просмотров: 1394

ХӘЗИӘХМӘТОВ Шамил Сафуан улы (8.9.1941, БАССР‑ҙың Өфө районы Алексеевка а. — 22.12.2012, Өфө ҡ.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1967). 1960 й. алып Омск ҡ., Үзбәк ССР‑ының, Печора ҡ. төрлө предприятиеларында; 1970 й. башлап “Башсантехмонтаж” тресында эшләй. 1985—88 йй. “Вечерняя Уфа” гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, 2000—01 йй. баш мөхәррир; 1988 й. алып Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1991—2004 йй. (өҙөклөк менән) “Слово” нәшриәтенең генераль директоры, 2005—12 йй. “Скиф” нәшриәтенең (бөтәһе лә — Өфө ҡ.) баш мөхәррире. Шулай уҡ Шамил Азаров псевдонимы аҫтында баҫылған. “Ҡояшлы ҡала” (“Солнечный город”) исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1976 й. сыға. Х. ижадының төп темалары — хеҙмәт героикаһы, йәшәү мәғәнәһе. “Көн тыуыр әле” (“Да будет день”; 1983), “Ауыл өҫтөндә болот” (“Туча над деревенькой”; 1991), “Ғаләм кеүек күңелһеҙ тарих” (“Грустная, как мир, история”; 2001) һ.б. хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары авторы. Шулай уҡ фантастика өлкәһендә эшләгән. Р.Камал, Р.Ғ. Солтангәрәев, М.Ә.Әхмәтшин һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

  Әҫәрҙ.: Красный стык: рассказы. М., 1980; Мир вашему дому: рассказы, повесть. М., 1986; Кто остановил часы?: рассказы. Уфа, 2007.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.09.2022
Связанные темы рубрикатора: