Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЗИЕВ Ғәлимйән Мөхәмәтша улы

Просмотров: 781

ХӘЗИЕВ Ғәлимйән Мөхәмәтша улы [11.7.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Исмаил а. (БР‑ҙың Туймазы районы) — 2.2.2021, Әлмәт ҡ.], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). ТАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1981), СССР‑ҙың (1981), ТАССР‑ҙың (1985) почётлы нефтсеһе. 1949 й. алып “Татнефть” ААЙ‑ның Әлмәт быраулау эштәре идаралығында быраулаусы, инструментсы‑комплектлаусы, 1967—94 йй. быраулау мастеры. Х. ҡатнашлығында нефть ятҡылыҡтарын быраулауҙа алдынғы ысулдар, яңы техника һәм технологиялар индерелгән. Х. бригадаһы 9‑сы биш йыллыҡ план осоронда юғары күрһәткестәргә өлгәшкән (1971 й. — 120,5 мең м, 1975 й. 110,7 мең м тау тоҡомон быраулай). Ленин (1971), “Почёт Билдәһе” (1959) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021