Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИШ ЙЫЛЛЫҠ ПЛАНДАР

Просмотров: 1566

БИШ ЙЫЛЛЫҠ ПЛАНДАР, СССР халыҡ хужалығын үҫтереүҙең биш йыллыҡ пландары, биш йыллыҡтар, команда иҡтисады шарттарында илдең соц.‑иҡт. үҫешен планлаштырыуҙың төп формаһы. Һәр Б.й.п. фән һәм техника ҡаҙаныштары иҫәпкә алынған конкрет осорҙоң үҙенсәлектәренә тап килгән билдәле иҡт. бурысы була, директив характерҙа була. Съездарҙың программаһы, директивалары һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы ҮК күрһәтмәләренә яраш- лы әҙерләнә, СССР ЮС‑ы тарафынан ҡабул ителә, КПСС съезы м‑н раҫлана. Беренсе Б.й.п. 1929—33 йй. (1932 й. ваҡытынан алда тамамлана) эшләнә, 2‑сеһе — 1933—37, 3‑сөһө — 1938—42, 4‑сеһе — 1946—50, 5‑сеһе — 1951—55, 6‑сыһы — 1956—60, 7 йыллыҡ план — 1959—65, 8‑сеһе — 1966—70, 9‑сыһы — 1971—75, 10‑сыһы — 1976—80, 11‑сеһе — 1981— 85, 12‑сеһе — 1986—90; 13‑сө Б.й.п. Совет Социалистик Республикалар Союзы тарҡалыу сәбәпле үтәлмәй.

Башҡортостанда 1‑се Б.й.п. йылдарында ҡара металлургия пр‑тиеларын яңыртыу һәм уларҙың ҡеүәтен арттырыу, төҫлө металлургия, еңел сәнәғәт, аҙыҡ‑түлек сәнәғәте, ағас эшкәртеү сәнәғәте пр‑тиеларын асыу; файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм ГОЭЛРО планын тормошҡа ашырыу б‑са саралар үткәрелә. 35 яңы завод һәм фабрика, ш. иҫ. Өфө шырпы ф‑каһы, аяҡ кейеме (ҡара: “Башвест”) һәм 8 Март ис. тегеү (ҡара: Өфө сәнәғәт‑сауҙа тегеү фирмаһы) ф‑калары, Өфө моторҙар з‑ды (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе); ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә һөт һәм май эшкәртеү заводтары, ит һәм тирмән комб‑ттары төҙөлә. 10 пр‑тие, ш. иҫ. Тирлән табаҡ прокатлау, Белорет металлургия һәм сым‑сөй (ҡара: Белорет металлургия комбинаты) з‑дтары, яңыртыла. Ишембай нефть ятҡылығы асыла һәм үҙләштереүгә индерелә. А.х. производствоһын тергеҙеү маҡсатында, машина‑трактор станциялары, колхоздар, эре игенселек һәм малсылыҡ совхоздары төҙөлә. Капитал һалыуҙарҙың төп сығанаҡтары дәүләт һәм кооператив пр‑тиеларҙың табышы һәм рента килеме, ш. уҡ дәүләт заёмдары облигацияларын урынлаштырыуҙан алынған аҡсалар була. Эшһеҙлек бөтөрөлә, эш көнө дауамлылығы ҡыҫҡартыла.

2‑се биш йыллыҡта респ. нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү башлана, нефть эшкәртеү сәнәғәте, тау‑ҡаҙылма һәм төҙөлөш материалдары сәнәғәте үҫеш ала. 36 сәнәғәт пр‑тиеһы, ш. иҫ. Өфө фанер комбинаты, Өфө макарон фабрикаһы, кондитер ф‑каһы һәм Башҡ‑н дуплау экстракттары з‑ды (ҡара: “Дубитель”), Ишембай нефть ҡыуыу з‑ды (ҡара: Ишембай махсуслаштырылған химия катализаторҙары заводы), төҙөлә, Өфө крекинг з‑дына (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы) нигеҙ һалына. Ишембай—Өфө нефть үткәргесе, Өфө—Ишембай тимер юлы төҙөлә, Өфөлә трамвай хәрәкәте асыла (ҡара: Ҡала транспорты). Боксит, марганец һәм хромит мәғдәндәре ятҡылыҡтарын, Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштереү башлана, ауыл хужалығын механизациялау тормошҡа ашырыла. Респ. пр‑тиеларында социалистик ярыштың төрлө формалары таралыу ала. Дөйөм башланғыс белем биреү индерелә, һөнәрселек‑техник белем һәм юғары белем, ғилми учреждениелар системаһы формалаша башлай. Етерлек аҡса булмағанға, торлаҡ‑мәҙәниәт төҙөлөшөнә, еңел һәм аҙыҡ‑түлек сәнәғәте үҫешенә сығымдар ҡыҫҡартыла. Аҙыҡ‑түлек бүлеүҙең карточка системаһы эшләй (1935 й. тиклем).

3‑сө Б.й.п. йылдарында машиналар эшләү, приборҙар эшләү, электр техникаһы сәнәғәте үҫеш ала, төҙөлөш трестарының һәм алтын табыу сәнәғәте пр‑тиеларының матди‑техник базаһы нығына; тимер юл транспортын, йылға транспортын һ.б. яңыртыу үткәрелә. Респ. нефть сығарыу б‑са илдә 3‑сө урынды биләй. Хеҙмәт резервтары системаһы (ҡара: Хеҙмәт ресурстары) булдырыла, уға ярашлы, йәштәр һөнәрселек мәктәптәренә һәм училищеларына уҡырға йүнәлтелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу арҡаһында, биш йыллыҡ тамамланмай.

4‑се Б.й.п. төп маҡсаты халыҡ хужалығының һуғышҡа тиклемге үҫеш кимәлен тергеҙеү була. Нефть эшкәртеү һәм нефть сығарыу сәнәғәте үҫешенә ил капиталының яҡынса яр- тыһы йүнәлтелә. Туймазы ятҡылығын үҙләштереү һөҙөмтәһендә, респ. нефть сығарыу б‑са илдә 2‑се урынды биләй. 40‑сы йй. аҙ. капиталь төҙөлөш күләме арта. Респ. ҡалаларында тимер‑бетон конструкциялар, металл конструкциялар з‑дтары, шлакоблок һәм кирбес заводтары төҙөлә, Стәрлетамаҡ сода һәм цемент з‑дтарына (ҡара: “Сода”), Салауат нефтехимия комб‑тына (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), Салауат ағас эшкәртеү комбинатына һ.б. нигеҙ һалына. Аҙыҡ‑түлек бүлеүҙең карточка системаһы бөтөрөлә, халыҡ ҡулланыуы тауарҙарының хаҡы 2 тапҡырға төшөрөлә. Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә 7 йыллыҡ мәжбүри белем биреү индерелә.

5‑се биш йыллыҡ осоронда Башҡортостан илдәге иң ҙур нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте үҙәге булып китә: Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, Яңы Ишембай һәм Черниковск НЭЗ‑дарына (ҡара: “Уфанефтехим”) нигеҙ һалына; Өфө синтетик спирт з‑ды (ҡара: “Уфаоргсинтез”) файҙаланыуға индерелә. Респ. электр энергияһы эшләп сығарыуҙыарттырыу маҡсатында, Павловка ГЭС‑ын төҙөү башлана. Тимер юлдарын электрификациялау тормошҡа ашырыла. Еңел сәнәғәт пр‑тиеларының продукция етештереүсәнлеге арта. Тәүлек нефть сығарыу күләме б‑са респ. илдә 1‑се урынды биләй (1955). Респ. тәүге Туймазы—Өфө—Черниковск газ торбаһы төҙөлә. Ауыл хужалығында производство һуғышҡа тиклемге кимәлгә еткерелә, капитал һалыуҙың күләме арттырыла, ҡатнаш мал аҙығы һәм шәкәр заводтары (ҡара: Шәкәр сәнәғәте) төҙөлөшө башлана. Башҡортостандың Урал аръяғында 500 мең гектарҙан ашыу сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр һөрөлә.

6‑сы биш йыллыҡта яңы тармаҡтар һәм производстволар төҙөлә, электрификациялау б‑са эш дауам ителә, мәҙәни‑көнкүреш тәғәйенләнешле тауарҙар сығарыу киңәйтелә. Биш йыллыҡтың эштәре, 7 йыллыҡ план ҡабул итеү арҡаһында, үтәлмәй, уға ярашлы, производствоны концентрациялауҙы, кооперативлаштырыуҙы һәм производствоны махсуслаштырыуҙы көсәйтеү планлаштырыла. Ете йыллыҡ йылдарында капитал һалыуҙарҙың күпселек өлөшө нефть сығарыу, нефтехимия, химия сәнәғәте үҫешенә йүнәлтелгән була. Йыйылма тимер-бетон һәм бетон конструкциялар һәм изделиелар сәнәғәте, быяла һәм фарфор‑фаянс сәнәғәте үҫешә; торлаҡ‑гражданлыҡ төҙөлөшө әүҙем алып барыла (4,3 млн м2 торлаҡ төҙөлә). Химия (ҡара: “Каустик”), синтетик каучук (ҡара: “Каучук”), техник быяла (ҡара: “Салаватстекло”), фарфор‑фаянс (ҡара: Октябрьский керамик плитка һәм фарфор изделиелар заводы) з‑дтары, аяҡ кейеме (ҡара: Октябрьский күн аяҡ кейеме комбинаты), Яңы Өфө тегеү (ҡара: “Мир”) ф‑калары һ.б. файҙаланыуға тапшырыла; Өфө аэропорты төҙөлә; Өфө йылға портын (ҡара: Вокзалдар) яңыртыу башлана. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡ ҡ. троллейбустар хәрәкәте асыла; телевизион тапшырыуҙар (ҡара: Телевидение) башлана. Күп тармаҡлы сәнәғәттең тотороҡло үҫешенә өлгәшелә, төп фондтар яңыртыла; эшсе һәм хеҙм‑рҙәрҙең миним. эш хаҡын арттырыу б‑са саралар үткәрелә, килемгә һалым түбәнәйтелә, ҡайһы бер һалымдар алып ташлана, эш көнө оҙонлоғо ҡыҫҡартыла, эшселәр өсөн миним. пенсия күләме арттырыла, колхозсыларҙың пенсия тәьминәте индерелә. Халыҡҡа мед., мәҙәни һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү яҡшыра; ҡулланылыштың йәмғиәт фондтарынан түләүҙәр һәм ташламалар күләме арттырыла. 8 йыллыҡ мәжбүри белем биреү индерелә.

8‑се Б.й.п. илдең иҡт. үҫеше юғары темпта бара. Халыҡтың йәшәү кимәлен артабан күтәреү б‑са саралар үткәрелә. 300‑ҙән ашыу пр‑тие һәм производство, ш. иҫ. Ишембай трикотаж ф‑каһы (ҡара: Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы), Ҡарман ДРЭС‑ы, Туймазы химия һәм нефть машиналары эшләү з‑ды (ҡара: “Уралтехнострой-Туймазыхиммаш”), төҙөлә; Күмертау машиналар эшләү з‑ды (ҡара: Күмертау авиация производство предприятиеһы) базаһында вертолёттар етештереү ойошторола.

9‑сы Б.й.п. йылдарында 270 пр‑тие, цех һәм производство, ш. иҫ. “Автонормаль”, “Автоприбор” (ҡара: “Автокомплект”) з‑дтары, Башҡортостан биохимия комбинаты, Мәләүез химия з‑ды (ҡара: “Минудобрения”), Шишмә шәкәр заводы, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатының 2‑се һәм 3‑сө сират байыҡтырыу ф‑калары, файҙаланыуға тапшырыла; ӨМЭЗ базаһында автомобиль двигателдәре етештереү ойошторола. Производствоны көсәйтеү б‑са эштәр алып барыла.

10‑сы биш йыллыҡ ваҡытында 22 пр‑тие һәм 240‑ҡа яҡын производство һәм цех, ш. иҫ. Нефтекама ауҙармалы машиналар етештереү з‑ды (ҡара: Нефтекама автозаводы), Туймазы автобетоновоздар заводы, Салауат оптика‑механика заводы, Стәрлетамаҡ күн аяҡ кейемдәре комбинаты, Өфө коммутация аппаратураһы з‑ды (ҡара: “БЭТО”), Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Туймазы фарфор з‑ды (ҡара: “Туймазы фарфоры”), сафҡа индерелә. 8—10‑сы Б.й.п. үтәү барышында агросәнәғәт комплексының производство фондтары 2,9 тапҡырға арта.

11‑се биш йыллыҡта 14 пр‑тие һәм 200‑ҙән ашыу цех һәм производство, ш. иҫ. “Башсельмаш” з‑ды, Раевка шәкәр заводы, юғары аныҡлыҡлы станоктар етештереү з‑ды (ҡара: “Инмаш”), Туймазы туҡылмаған материалдар ф‑каһы (ҡара: “Туймазытекс”), төҙөлә. Нефткә донъя хаҡтары артыуы респ. нефть сығарыу үҫешен көйләй. Респ. сәнәғәт производствоһының уртаса йыллыҡ темптары түбәнәйә (10‑сы биш йыллыҡта — 6,1%, 11‑селә — 2,9%). Сафҡа индерелгән объекттар һаны ҡыҫҡартыла (8‑селе — 300, 11‑селе — 214).

12‑се биш йыллыҡтың төп маҡсаты иҡтисадты фәнни-техник прогресс иҫәбенә үҫтереү һәм халыҡ хужалығы м‑н идара итеүҙең структураһын камиллаштырыу була. Иҡт. үҙгәртеп ҡороу башлана. Инвестициялар йәлеп ителә, тәү сиратта машиналар эшләүгә. Дәүләт пр‑тиеларында хужалыҡ иҫәбе һәм ҡуртым индерелә. А.х. һәм сәнәғәттә етештереүҙең түбәнәйеүе һөҙөмтәһендә тауар етешмәү барлыҡҡа килә.

Әҙәб.: История Башкортостана с древнейших времён до наших дней. В 2 т. Т.2. История Башкортостана. XX век. Уфа, 2006.

Н.З.Мәһәҙиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: