ХАЙБРАХМАНОВ Әсләм Хайбрахман улы
ХАЙБРАХМАНОВ Әсләм Хайбрахман улы [6.8.1925, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Нөрәй а. (БР-ҙың Шаран р-ны) — 26.10.2012, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1965). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин-тын тамамлаған (Мәскәү, 1955). 1945—46 йй. Шаран р-ны Нөрәй мәктәбе уҡытыусыһы. 1948 й. алып Баҡалы р-нында:халыҡ судьяһы,1951 й.— Киләй урта мәктбе, 1952 й. — Дияш балалар йорто дир.; 1955—60 йй. партия эшендә. 1964 й. башлап СССР ФА-ның Өфө иҡт. тикшеренеүҙәр ин-тында, 1966 й. алып БДМИ-ла (марксизм-ленинизм каф. мөдире) эшләй. 1969—92 йй. (өҙөклөк м-н) БДПИ-ла: проректор, 1973 й. алып политэкономия каф. мөдире; 1977—87 йй. Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин-тының Өфө ф-ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. капитал һалыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү ысулдарын эшләүгә арналған. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м-н бүләкләнгән.
Н.Д.Бублик
Тәрж. А.Н.Күсеев