Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИМИК КИНЕТИКА

Просмотров: 1011

ХИМИК КИНЕТИКА, физик химия бүлеге, ваҡыт эсендә химик реакциялар барышы законлыҡтарын, уларҙың тиҙлегенә һәм йүнәлешенә тышҡы факторҙарҙың тәьҫирен өйрәнә. Кинетик тикшеренеүҙәр (ваҡыт эсендә реагенттарҙың, аралыҡ матдәләрҙең һәм реакция продукттары үҙгәреүенең законлыҡтары) химияның күп бүлектәре (катализ, фотохимия, плазмо­химия, радиация химияһы, электрохимия һ.б.) составына ҡушма өлөш булараҡ инә. Тикшеренеү ысулдарында һәм теоретик һығымталарында математика, кибернетика, атом физикаһы һәм молекуляр физика, квант химияһы, спектроскопия, аналитик химияның ҡаҙаныштары файҙаланыла. Х.к. ҡатмарлы реакцияның механизмын химик әүерелеүҙәрҙең үҙ-ара бәйләнгән элементар стадиялары йыйылмаһы итеп өйрәнергә мөмкинлек бирә. Реакциялар гомоген (бер фаза күләмендә) һәм гетероген (фаза бүленеү сигендә); алынған энергияның формаһына бәйле – йылылыҡ, фотохимик, электрохимик, радиация-химик һ.б.; элементар химик тәьҫирләшеү актында ҡатнашҡан молекулалар һанына бәйле – моно-, би-, тримолекуляр; механизмы б-са – ябай һәм ҡатмарлы; ҡатмарлы реакциялар – параллель (матдәләрҙең 2 йәки бер нисә йүнәлештә әүерелеүе), эҙмә-эҙ (аҙаҡҡы продукт аралаш продукттар барлыҡҡа килтереп бер нисә эҙмә-эҙ стадия аша алына) һәм ҡайтмалы; тәьҫирләшкән өлөшсәләр тибы б-са — молекуляр, ионлы, радикаллы реакциялар; автокаталитик (әүерелеүҙең аҙаҡҡы продукттары реакцияны тиҙләтә); индукцияланған, йәки эйәртеүле (арауыҡтың ш. уҡ участкаһында бер үк ваҡытта барған икенсе реакциялар тәьҫирендә) төрҙәргә бүленә. Реакциялар тиҙлек, ярым әүерелеү периоды, әүерелеү ваҡыты (концентрацияның е тапҡыр кәмеүе), автокаталитик һәм сылбырлы реакциялар – индукция периоды м-н характерлана. Реакцияға ингән матдәләр һәм (йәки) продукттар кон­центрацияһының ваҡытҡа бәйле үҙгәреүе кинетик кәкре һыҙыҡ рәүешендә күрһәтелә. Х.к. теоретик концепциялары һәм кинетик мәғлүмәттәре химик технологияла яңы процестарҙы һәм аппараттарҙы булдырғанда йәки ғәмәлдә булғандарын камиллаштырғанда, атмосфера һәм гидросфераның экологик моделдәрен төҙөгәндә, ҡайһы бер биохимик процестарҙың йыһан, физик, һан яғынан характеристикаларын тасуирлағанда ҡулланыла. Башҡортостанда Х.к. өлкәһендә тик­шеренеүҙәр 1968 й. Химия ин-тында (ҡара: Органик химия институты) В.Д.Комиссаров етәкс. башлана (1974 й. Х.к. лаб. асыла). 1969 й. Н.Н.Семёнов, Н.М.Эмануэль инициативаһы м-н Е.Т.Денисов тарафынан БДУ-ла Х.к. каф. ойошторола. Ғәмәли йүнәлештәр б-са тикшеренеүҙәр алып барыла: ҡатмарлы эфирҙарҙың юғары т-рала окисланыуы (В.С.Мартемьянов), органик берләшмәләрҙе озон м-н окисландырыу (Комиссаров, В.В.Шерешовец), поливинилхлоридтың термоокисланыу деструкцияһы һәм стабилләшеүе (К.С.Минскер), полибутендарҙың селектив термодеструкцияһы (А.А.Берлин, Ю.А.Прочухан, Ю.А.Сангалов) кинетикаһы һәм механизмы, тиҙ барған полимерлашыу процестарының макрокинетик үҙенсәлектәре (Берлин, Прочухан) б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 2000 йй. башлап карбен һәм нитрендарҙың окисланыуы ваҡытындағы активлығы юғары булған аралыҡ берләшмәләренә (Р.Л.Сафиуллин), диоксирандар һәм кислородтың башҡа актив формалары ҡатнашлығында барған әүерелеүҙәргә (Н.Н. Кабальнова), синтетик һәм тәбиғи антиоксиданттарға (А.Я.Герчиков), винил мономерҙарының контролдә булған радикаль полимерлашыуына (С.В.Колесов, Ю.Б.Монаков) кинетик тикшеренеүҙәр үткәрелә. Ҡатмарлы химик реакциялар кинетикаһының матем. моделдәрен әҙерләү проблемалары СДПА-ла (С.А.Мостафина), Нефтехимия һәм катализ ин-тында (С.И.Спивак), БДПУ-ла (Р.М.Әсәҙуллин), Бөрө соц.-пед. академияһында (С.М.Усманов) өйрәнелә.

С.Л.Хурсан

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: